Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
11 Июль , 16:02

Һағынышып осраштылар

Тимербай, Абдул, Ҡарай, Яҡуп ауылдары уҡыусылары, бергә йыйылып, матур осрашыу үткәрҙек.

Һағынышып осраштылар
Һағынышып осраштылар

Белем усағыбыҙҙы тамамлап, төрлөбөҙ-төрлө яҡҡа китеүебеҙгә лә 40 йыл булып китте. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөтәбеҙ ҙә бергә йыйыла алманыҡ, кемдәрҙер эштә булып ҡалды, ә кемдәрҙер яҡты донъяларҙан китеп барҙылар. Шуға күрә лә сарабыҙҙы беҙҙең арала булмаған һабаҡташтарҙы, донъя ҡуй¬ған уҡытыусыларҙы оло хөрмәт менән иҫкә алыуҙан башланыҡ. Мәрхүм булған Ҡарай ауылынан Абдуллин Рәфисебеҙ, Сәриә Хәйруллинабыҙ, Рәсүл Казбаевыбыҙ, Яҡуптан Илдар Туйгилдиныбыҙ, Тимербайҙан Рифҡәт Йәрмөхәмәтовыбыҙ, Фәнил Бәшировыбыҙҙың рухтары шат булһын. Улар ҙа, иҫән булһалар, беҙҙең менән рәхәтләнеп осрашырҙар, һөйләшерҙәр ине лә бит... 

Был матур осрашыу тураһында тулы материал гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас