Йәшәйеш
14 Июля 2025, 02:42

Ә мин барыбер көтәм

Хәбәрһеҙ юғалды тигән ҡағыҙҙы февраль айында ебәрҙеләр.

Ә мин барыбер көтәмӘ мин барыбер көтәм
Ә мин барыбер көтәм

Былтыр оло улым Арсен Дәминовты армиянан ҡаршы алғанда, кесе улым - Радмирымды хеҙмәт сафына алдылар.

Аллаға шөкөр, әле икенсе улымды ла иҫәнһауҡаршыалыуыма ҡыуанам. Ил алдындағы бурысын намыҫлы үтәп ҡайтыуы менән ҡотлайым улымды, уға иҫәнлек-һаулыҡ теләйем, алдағы тормошонда үҙ юлын табып имен-аман йәшәргә яҙһын, ҡоростай һаулыҡ, бәхет теләйем.
Былтыр армиянан ҡаршы алған Арсен улым, 6 ай үткәс, ғинуар айында, контрактҡа ҡул ҡуйҙы. Әлеге көндә ҙур улымдан хәбәр юҡ, хәҙер инде 5 ай... Хәбәрһеҙ юғалды тигән ҡағыҙҙы февраль айында ебәрҙеләр.
Башҡа бер яңылыҡ та юҡ, ә мин барыбер, оҙаҡламай, үҙе бәйләнешкә сығыр тип көтәм... Арсен улымды ла шатланып ҡосар ваҡыттар алда булыр тип өмөтләнәм.
Гөлназ ДӘМИНОВА, 2-се Түкән ауылы

Автор:
Читайте нас