Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
25 Июль , 14:57

Районға башлыҡ кем булыр?

Бөтәһе 4 кеше дәғүә итә был вазифаға.

Районға башлыҡ кем булыр?
Районға башлыҡ кем булыр?

Бөгөн ошо дүртәү, башлыҡ булыр өсөн бөтөн кәрәкле документтарын йыйып-әҙерләп, комиссия хөкөмөнә тапшырҙы. Артабан кандидаттар иләк аша үтеп (Башҡортостан республикаһы муниципаль берәмектәр ассоциацияһы ҡараясаҡ), шунан район Советы депутаттары ҡарамағына төшөрөләсәк (депутаттар тәҡдим ителгән кешеләр араһынан иң яҡшыһын һайларға тейеш). Дүртәүһен дә, шәп тиеп, кире ҡайтарырҙармы әллә кемеһелер иләк аша үтмәй ҡалырмы, нисек булһа ла, август айы урталарында Көйөргәҙе районы башлыҡлы була.  

Кем булһа ла, ул илһөйәр, ғәҙел, талапсан булһын да, был минеке, был минеке түгел тип, береһен айырмай, кешене уның матур һөйләүенә, киң йылмайыуына түгел, ә эшенә ҡарап баһалаһын ине.

Кемдәр ул дүртәү: Александров Александр Владимирович, Сокол спорт мәктәбе директоры, Иҙрисов Тимур Нәсибулла улы, район хакимиәте башлығы урынбаҫары, Зыятдинов Шамил Камил улы, район хакимиәтенең мәғлүмәт бүлеге начальнигы, Тереғолова Лира Рафаил ҡыҙы, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы.

Автор:
Читайте нас