Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
4 Август , 13:29

Ҡушай ҡыҙҙары

Бөтәһе лә Тураевалар.

Ҡушай  ҡыҙҙары
Ҡушай ҡыҙҙары

Көн торошон аңларлыҡ түгел, бер ҡараһаң, яп-яҡты, икенсе ҡараһаң, күкте болот ҡаплай. Күңел дә шуға торошло – әле генә көлгө килә ине кеүек, бер аҙҙан илағы килә.

...Улар өсәүләп килеп инде, Яманһары ҡыҙҙары, Бикйән бабай менән Фәриҙә инәйҙең балалары – Тураевалар. Ҡыҙҙар тинек, ысыны шул: элек нисек инеләр, әлдә лә шундайҙар. Көләс, ихлас, дәртлеләр. Йәштәре? Кем белә инде, уныһын һораманыҡ, былай ҙа аңлашылып, күренеп тора- йәштәр!

Күрешмәгәнгә күпме һыуҙар аҡҡан, йылдар үтеү менән, күп нимә үҙгәргән, ауылды әйтәбеҙ, беҙ белгәндәрҙән күптәр китеп барған... Шулар бала тапҡан, былар өйләнешкән тигән яңылыҡ юҡ, ҡыҙғаныс, тамыры менән Яманһарынан булған хәлдә лә, күбеһенең туйҙары башҡа ерҙә үтә, һуңғы туйҙы ғына тыуған ауылда үткәрәбеҙ...

Беҙ – Ҡушай урамы балалары. Бөтәбеҙ ҙә. Хәҙер урамдың исеме лә башҡа, әммә беҙҙең күңелдә ул барыбер Ҡушай булып ҡала. Исемен үҙгәртеп әйтһәк, бала саҡҡа, йәшлеккә хыянат итербеҙ кеүек. Осрашып, хәтирәгә бирелеп бик аҙ ғына ваҡыт ултырһаҡ та, баяғы болоҡһоған күңелгә рәхәт булып китте, әйтерһең, бер мәлгә генә әллә ҡайҙа, йыраҡта, ятып ҡалған мәлдәргә ҡайтып килдек. Бала сағыбыҙ йүгергән Ҡушай урамына.

Автор:
Читайте нас