Баҡса тултырып емеш-еләк, йәшелсә ултырталар, күпләп ҡош-ҡорт үҫтерәләр, мал тоталар. Балалары ла ата-әсәһе эшен күреп үҫәләр һәм һәр яҡлап та ярҙам итергә тырышлалар. Ғаилә башлығы Себер тарафтарында эшләгән ваҡыттарҙа барлыҡ йорт эштәре ҡатын иңенә төшә.
- Йәшелсә рассадаһынан тыш иртә яҙ менән сәскәләр ҙә ултыртам. Һуңынан уларҙы баҙарға һатыуға алып сығам. Яҙын күпләп ҡаҙ, үрҙәк, бройлер себештәрен алабыҙ. Уларҙы балалар йәшел үлән сыҡҡас, көтөп үҫтерешәләр. Йәй көндәре еләк-емеш йыйып һатабыҙ.
Әле бар халыҡ бесән эшендә тиһәк тә хата булмаҫ. Беҙ ҙә етәрлек итеп бесән эшләп ҡуйҙыҡ. Эш бөткәс уйнарға ярай тигән кеүек, бесәнде тамамлағас Башҡортостаныбыҙҙың матур тәбиғәте менән һоҡланып Күгәрсен районына Мораҙым тарлауығына барып ҡайттыҡ. Ҡайһы берҙә эштән арынып, ял итеп алыу ҙа кәрәк. Тырышлыҡһыҙ бер нимә лә бушҡа өҫтәлгә килеп ятмай икәнен балаларыбыҙға аңлатып үҫтерәбеҙ. Ҡулыңдан эш килһә, әлбиттә, бар нимә лә булдырып була, - ти Эльвира.
Тырыш, маҡсатлы, егәрле кеше барыбер йүнен таба.