Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
8 Август , 14:57

Дәртле саҡ

Ялсыҡай ауылында дискотекалар шәп үтә. 

Дәртле саҡ
Дәртле саҡ

Йәш саҡ - дәртле саҡ, кис еткәс йәштәр урам буйлап ҡына йөрөмәһен, бейеп, йырлап, рәхәтләнеп күңел асһын, тигән ниәт менән ауылдың старостаһы Рәфис Хөсәйенов, уның ярҙамсылары Илһам Ҡотлогилдин, Алмаз Мазитов икенсе аҙна рәттән йәштәр өсөн дискотека ойоштора. Үҫмерҙәр, йәштәр, хатта күптән инде йәшлектәре артта ҡалғандар ҙа был күркәм сараға йыйылып күңел аса. Таңһыҡтары ҡанғансы аралашып, хәтирәләргә бирелеп, аяҡтары талғансы бейешеп таралыша.
Беҙҙең ауылда бындай шәп сараның уҙғанын ишетеп, күрше Зәк-Ишмәт, Таймаҫ, хатта Яҡшымбәт ауылынан ҡунаҡтар килеп еткән...

Был хаҡта тулыраҡ гәзиттең үткән һанында баҫылды. 

Автор:
Читайте нас: