

Бушҡа килмәгәндәр, мәғариф учреждениеларында ашнаҡсы булып эшләгән апай-һылыуҙарҙы бүләкләргә тип килгәндәр.
Танатанала матур һүҙҙән күп әйтелде, Опторг етәкселеге, башлыҡ вазифаһын башҡарыусы Урал Ибраһимов, ашнаҡсыларҙың урындағы етәксеһе Нәркәс Ибраһимоваларҙың һүҙҙәре бер булды:
- Һеҙҙең ҡулда - балалар яҙмышы. Ашауһыҙ йәшәп булмай, бигерәк тә, балалар тураһында һүҙ барғанда, был айырыуса мөһим. Опторг Башҡортостанда 14 район балаларын ашата. Шул иҫәптә Көйөргәҙе районы сабыйҙарын да. Тәүге эш башлағанда ҡытыршылыҡтар булды, әле, Аллаға шөкөр, барыһы ла яйға һалынды. Сентбярҙә район мәктәптәренә 1945 уҡыусы килә, уларҙың яҙмышы уҡытыусыларҙың ғына түгел, һеҙҙең дә ҡулығыҙҙа, - тинеләр.
Рәхимова Фәнүзә, Йәмилева Раушания (ул ике тапҡыр сыҡта сәхнәгә, ике наградаға лайыҡ булды), Жеребцова Нина, Бикмаева Альбина Башҡортостан Сауҙа министрлығының Почет грамоталарын һәм Маҡтау ҡағыҙҙарын алдылар.
Ҡулдарығыҙҙан һөйөнөгөҙ тиергә генә ҡала беҙгә, рәхмәт һеҙгә беҙҙең балаларыбыҙ туҡ йөрөгәне өсөн. Ҡотлайбыҙ!