Илебеҙ халҡы махсус хәрби операция яланында йөрөгән егеттәребеҙгә ҡулынан килгәнсе, тырышып ярҙам туплай. Ҡотлоюл ауылында йәшәүсе Хәйбуллиндар ғаиләһе лә, гуманитар ярҙамдан ситтә ҡалғаны юҡ. Ялға ҡайтҡан егеттәр аша яуҙа йөрөгән яҡташтарына тоҙланған аҙыҡ-түлек, мейестә бешкән икмәк һәм башҡаһын ебәреп кенә тора.
Әле бына йәнә тыуған яҡ тәмен һаҡлаған күстәнәстәрен туплап яу яланына оҙатҡан Хәйбуллиндар.
- Ауылдашыбыҙ Денис үҙ теләге менән яу яланына күптән юлланғайны. Ялға ҡайтып киткәнендә лә күстәнәстәр туплап ебәрҙек. Әле Денистың дуҫ егетенең ялға ҡайтыуын ишеттек тә, уға тыуған яҡ тәмен хәтерләтеп торған хуш еҫле икмәк бешереп ебәрергә булдыҡ. Тормош иптәшем Альбинаның ҡулдары татлы, ни бешерһә лә уңдыра. Икмәктәр ҡабарып, хуш еҫле булып, уңып беште, уның эргәһенә үҙебеҙ үҫтергән йәшелсәләрҙе лә һалып, күстәнәсебеҙҙе ауылдашыбыҙға юлланыҡ. Егетебеҙ тиҙ арала беҙҙең посылканы тәғәйен кешеһенә алып барып еткерҙе. Денис үҙе лә рәхмәт яҙып ебәрҙе, уның артынса уҡ часть командиры С.Шевчуктан тормош иптәшем Альбина Минислам ҡыҙына рәхмәт хаты ла килеп төштө. Ауылдашыбыҙ күстәнәстәрҙе ауыҙ итеп тә өлгөргән, алғы һыҙыҡҡа инеп тә киткән, уға иҫәнлек, һаулыҡ теләп, уның өсөн хафаланып ултырабыҙ, - ти Ҡотлоюлдан Надир Хәйбуллин.