

Эльвира:
- Авзыйым әйтә, нишләп Маликты глава итеп куйманылар икән тей, башлы егет, үҙебеҙҙең малай тей...
Беҙҙең бер хәбәрсенән шулай һорағандар. Кеше хыялы сикһеҙ, әммә был самаға уҡ барып еткән юҡ ине әле (район башлығы булам тигәненә). Һәр кемгә үҫер-үҫешер өсөн ниндәйҙер сик ҡуйылалыр, шул сиккә барып еттеңме, бөттө, артабан күпме тырышма, тыпырсынма, булмай, ары үҫмәйһең, үҫтермәйҙәр. Шуға, бары менән байрам тип, йәшәп өйрәнгән, амбицияһы әллә ни ҙур булмағанға ошондай һорау ҡыҙыҡ тойолдо. Ғүмерҙә булмаҫтайҙы, әҙәм ышанмаҫты һөйләмә, ти халыҡ. Шулай ҙа... Фантазияға юл асылды. Беҙ бит һәр беребеҙ, барыбер, ҡасан да ошолайыраҡ фекер йөрөткән булды: их, мин уның урынында булһам, шулай итер инем, былай итер инем, тегеләй итмәҫ инем. Әле лә Яҡут ауылындағы абзыйҙың һорауы (рәхмәт, абзый, минең турала яҡшы уйҙа булғаның өсөн, әммә, дөрөҫөн әйтәм, аҡыл яғы бик шәптән түгел, холоҡ яғынан да маҡтанырлығы самалы ғына, үҙ көсөмдө, үҙ кимәлемде үҙем белеп, йәшәп ятҡан көн), әллә ҡайҙа йоҡлап ятҡан хыял утын ҡабыҙҙы.
...Район бәләләренән ҡасмаҫ инем. Беҙҙә бит нисек? Башлыҡ, күбеһенсә, бары тик позитив фотоларын, хәбәрҙәрен ҡуя. Бына ниндәйҙер хужалыҡта йөрөп ята, башаҡ тотоп тора... Йәки ниндәйҙер байрамда бәлеш ашап тора. Емерек юл фонында төшкән фотолары ҡайҙа? Ҡайҙа тишек торбанан, урам тултырып, шаптырҙап аҡҡан һыу янында төшкән фото? Мин булһам, тегеләй, тап ошо, кеше зарланған ергә юрамал барып төшөр инем дә әйтер инем: иптәштәр, эштәр алама, әммә хәлде беләбеҙ, уны төҙәтер өсөн барыһын эшләйбеҙ. Батҡаҡлы юлға сығып баҫҡас, видеоға төшөртөп, яуаплы кешеһен ошонда саҡыртып, әрләр инем. Күпме була түҙергә, канса-кансов, эшләйһегеҙме, юҡмы, барыһы алдында һүҙ бир, ҡасан юл була? Әлбиттә, юлдарҙың урындағына ҡарағаны, республика ҡарамағында булғаны бар, әммә, әгәр ҙә һин төҙөлөш буйынса урынбаҫар икәнһең, тотон эшкә, Өфөгә сыҡ, хет ООН-ға шылтырат, тик юлды әҙәмсә ит...
Һабантуйҙы ла үҙгәртер инем. Мигалка яндырып, ГАИ оҙатыуында килеп төшәләр. Һауынсы, тракторист түгел, ҙур ҡунаҡтар. Ысынында, мигалка яҡтыртып, бипелдәтеп, тап ана шул ауыл эшсәндәрен алып килергә тейештәр. Ә ситтән килгәне ипләп кенә килһен дә, байрамды ҡарап, башҡаларға ҡамасауламай йөрөһөн дә, ҡайтып китһен. Бер ваҡыт һуғыш балалары тип, шул ҡот осҡос замандарҙа йәшәгән инәй-бабайҙарҙы иғтибарға ала башланылар. (Иғтибар тигәне ҡулдарына “Һин – һуғыш балаһы» тигән яҙыу тоттороу булды). Быларҙы һабантуйға ла саҡырҙылар. Эҫе көн. Баяғы, мигалка менән килгән түрәләр, ҡояштан ҡапланып, бәшмәк аҫтында ултырҙы, был «балалар» ҡола яланда, баштарын ҡайҙа тығырға белмәй, бешеп көн үткәрҙе. Бына һиңә хөрмәт!
...Һалдаттарҙы күп ерләйбеҙ. Илгә килгән иң оло ҡайғы – ошо. Теге саҡ сираттағы егетебеҙ менән хушлашып торабыҙ. Йөҙҙәр болоҡһоу. Башлыҡ урынбаҫары ауыл башлығына бышылдай: өҫтәл әҙерме? Һүҙҙең нимә тураһында барғаны былай ҙа билдәле, әммә һорайһы иттем:
- Кемгә ул өҫтәл?
- Килгән ҡунаҡтарға, депутат, башҡаһы...
- Ас йөрөйҙәрме әллә?
...Ғөмүмән, ниндәй байрамды алма ( ә улар, үҙегеҙ шаһит, ныҡ күп) унда балалар яфалана. Репетицияһы, унан байрам үҙе. Эҫелә бешеп торамы ул, һыуыҡта ҡатып торамы - береһенә лә мөһим түгел. Ә был сараларҙа хәбәр һөйләү күп. Йыл һайын Белем байрамындамы, башҡа сараламы ниндәйҙер бала, башы әйләнеп, йығыла. Ваҡытҡа лимит – ун-ун биш минут. Кәрәк кенә һүҙҙәрҙе әйтегеҙ ҙә, ебәрегеҙ балаларҙы. Йонсотмағыҙ.
Мәҡәлә тулы вариантта гәзиттә баҫыласаҡ.