Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
1 Сентябрь , 07:42

Ауылда йәшәүе рәхәт

Тимербайҙа йәшәгән Тәзетдиновтар ғаиләһе тураһында һүҙ.

Ауылда йәшәүе рәхәт
Ауылда йәшәүе рәхәт

- Йәштәр хәҙер ҡалаға ынтыла, ә беҙ ҡаланы яратмайбыҙ, икебеҙҙә ауыл балалары булараҡ ауыл тормошон шул тиклем яратабыҙ. Мин үҙем Таймаҫ ауылынан, 7 йыл элек Тимербай ауылы егетенә кейәүгә сыҡтым. Тормош ҡорғанда уҡ, ауылдан ситкә китмәҫкә тип һөйләштек тә, тырышып донъя көтә башланыҡ. Ауыл балалары булараҡ бар эште күреп, белеп үҫтек, шуға күрә, ауыр тип уфтанып ултырмайбыҙ. 7 йыл эсендә ҡурабыҙға мал тупланыҡ: 6 атыбыҙ, 2 һыйырыбыҙ, 2 үгеҙебеҙ бар, уларҙан тыш ҡош-ҡорт та күпләп аҫырайбыҙ. Иптәшем менән әлеге көндә бесән эшенең осона сығып етеп барабыҙ, бесәнгә лә икәү йөрөйбөҙ, үҙе бер ләззәт.

Был хаҡта тулыраҡ гәзиттә бирелде. 

Автор:
Читайте нас