

Йыл да үткәрелгән был сарала беҙҙең район ауылдары әүҙем генә ҡатнаша (ҡатнаштыралар), шулай ҙа ҡайһы берҙәре бик айыҡ булғыһы килмәй – баш тарта. Былтыр ҙа бөтөн 12 ауыл биләмәһе лә ҡатнашманы. Дәрт юҡ. Барыбер республика кимәленә үтмәйбеҙ, нимә тип яфаланырға? Көс хилаф итергә, алдан уҡ билдәле кем Өфөгә барыры, ҡалған ауылдар иҫәпкә бар, һанға юҡ һымаҡ ҡатнаша, күләм кәрәк, масштаб кәрәк, Көйөргәҙе районында фәләнсә ауыл «Айыҡ ауыл»да ҡатнашты тип ауыҙ тултырып әйтерлеге кәрәк.
Быйыл да был конкурсҡа старт бирелде, иң тәүгеһе – Иҫке Мораптал. Бында ике ҡуяндың, хатта өсәүҙең, ҡойороғон тоттолар, яңы сыҡҡан китаптың исем туйы, шәжәрә байрамы, бер юлы ошоларына «Айыҡ ауыл»ды ла ҡушырға ла ебәрергә. Барыбер фотолар шул уҡ, конкурсҡа ярашлы, буласаҡ, ашап-эсеү, йырлап-бейеү.
Бер нисә ауыл башлығы был конкурста бөтәһе лә ҡатнашмаһын тип белдергән. Берҙән, байрам итеп йөрөргә кәйеф юҡ (илдә нимә бара бөтәһе лә белә, бер һалдат артынан икенсеһен ерләйбеҙ), икенсенән... Жюри тигәне көнэлгәре билдәләп тә ҡуя: быйыл конкурста шул ауыл еңәсәк...
Мәҡәлә тулы вариантта гәзиттә баҫыласаҡ.