

Әммә... Ауыл әле тере. Дөрөҫ, бында береһе лә йәшәмәй тиергә була, урамдарҙа кеше йөрөмәй, эт өрмәй, әтәс ҡысҡырмай, сүкеш туҡылдамай... Шулай ҙа Ульяновкала фермерҙар эшләй – Дорофеевтар. Йәнә лә бер фермер бар, әммә уныһы был ауылда бик һирәк күренә тинеләр, яллап эшләткән кешеләр генә йәшәй – сусҡа ҡарайҙар. Улары ла аҙмы-күпме эшләй ҙә ҡаса икән, бер-икеһен, урманда табып, йәлләп, ҡалаға ултыртып алып барғандар. “Паспортымды алды ла бирмәй” – егерме беренсе быуатта йәшәйбеҙ, иптәштәр!
- Бер нисә йыл ҡалала көн итеп ҡараным, - Дорофеевтарҙың олоһо, Евгений, шулай ти, - бер аҙҙан аңланым: ҡала минеке түгел, бөтмәҫ тауыш, шау-шыу, дүрт стена, тыным тарыға. Яңы Таймаҫта өй алдыҡ та, йәшәй башланыҡ. Ульяновкала эшләйбеҙ. Мырҙам менән. Ул Ермолаевонан килеп йөрөй. Юҡ-юҡта кеше лә яллайбыҙ, тик эшләргә теләгәне аҙ, специалистар юҡ. Бына әле бесәнде эш итеп бөтәйек тип тырышабыҙ, тиҙҙән ямғырҙар башлана.
Баҫыу уртаһында тиерлек әллә ҡасандан онотолоп ҡалған трактор ултыра (һөлдәһе). Бигерәк гүзәл был яҡтар, тыныс, тәбиғәттең ҡап уртаһында ултыра, тик Ульяновканың ташландыҡ йорттары ғына күңелгә шом һала.
- Ауыл матур ул беҙҙең, ана ҡарағыҙ, бөттө тиһәң дә, үҙ матурлығын ташламаған.... Аптырарһығыҙ, бында пропискала һаман 27 кеше тора. Һеҙ «Юшатыр»ҙан бит, ҡарағыҙ әле, беҙҙең һеҙгә үтенес тип әйтәйемме, һорау тиемме, бар. Ауыл буйлап сусҡалар йөрөй, зыяраттың аҫтын-өҫкә килтерҙеләр, хужаһын тыйып булмаҫмы икән? Ҡайҙа ғына өндәшмәнек (видеоларын күрһәтеп), шылт иткәне булманы. Тағы бер һорау. Беҙгә ҡышын юл юҡ. Береһе лә таҙартмай. Донъя йөҙөнән беҙҙе сыйып ташламай торһондар ине. Саңғы кейеп йөрөй алмайбыҙ ҙа. Өсөнсөһө: Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына ҡуйылған обелисктың хәле. Уның тураһында оноттолар, тәртипкә килтерергә кәрәк, шул турала кемгә әйтергә?
Репортаж тулы вариантта гәзиттә биреләсәк.