Йәшәйеш
28 Сентябрь 2025, 05:08

Ғүмерҙәрҙең тәмен белеп кенә

Шулай йәшәй Яңы Мораптал.

Һәр миҙгелдең ҡәҙерен белеп, тәмен тойоп. Кем беҙҙең төркөмдө, морапталдарҙың үҙ төркөмдәрен уҡый, ҡарап бара, белә – уларға һоҡланмаған кеше юҡ, бәләкәй генә сәбәпте лә ҙурҙай күреп, оло байрамға әүерелдерергә һәләтле халыҡ йәшәй был ауылда.

Бел ҡәҙерен йәйҙәреңдең, яҙҙарыңдың, ҡыштарыңдың, көҙҙәреңдең тип, уларға төбәп, йырлау артыҡ – һәр миҙгелдең тәмен белеп донъя көтәләр.

...Кисә Әбейҙәр сыуағы һылтауы менән, бик шәп табын ойошторғандар. Сәй менән генә хушһына буламы  - музейға ла барғандар (тән аҙығы ғына түгел, йән аҙығы ла мөһим морапталдарға). Зилә Симакатова килгән ҡунаҡҡа. Сәй эсеү – ябай табын ғына булмаған, ғүмерҙең бер ҡасан да кире әйләнеп ҡайтмаҫлыҡ бер матур мәленә әүерелгән.

Автор:
Читайте нас