- Ниндәй ваҡытта йәшәгәнде беләһегеҙ, иптәштәр, аҡса юҡ, ямау өҫтөнә ямау һалыуҙан бушамайбыҙ, шуға оптимизация кәрәк. Ҡайҙа нимәне ҡыҫҡартып була? Ауыл башлыҡтары, министрҙай булып, һәр береһе үҙенең водителе менән йөрөймө? Былай ярамай, ике ҡулығыҙ, правағыҙ бар, давайте, үҙегеҙ ултырығыҙ рулгә. Күрше райондар күптән шулай эшләп йәшәй. Силсәүитттең күбеһе ир заты, ә егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, башҡа эштәрегеҙгә ҡушып, машинағыҙҙы үҙегеҙ йөрөтөрһөгөҙ. Беҙҙең башлыҡтарҙың барыһы ла ир түгел, руль артында ултыра алмағандары ла бар? Эйе, беләм, икәүегеҙ ҡатын-ҡыҙ, етмәһә йәштәре лә апаруҡ, уларға водителдәрен ҡалдырабыҙ.
Ошолай хәлдәр. Ә бит беҙ 7 йыл элек үк маҡтанған кеүек (һеҙҙә нисек, беҙҙә нисек?) яҙғайныҡ, әммә... Оптимизация елдәренән ситтә генә боҫоп ҡала алманыҡ, буғай.
Яңыраҡ бер силсәүит башлығы менән һөйләшкәндә, нисек кенә булмаһын, беҙҙең район башҡаларға ҡарағанда шәберәк йәшәй, быны үҙемдән алып ҡына әйтә алам, тине. Күптән түгел Федоровка районы силсәүиттәре килде, шунда мин йөрөгән машинаны күреп берәүһе:
- Һинекеме был яңы машина?- тип һораны.
- Минеке.
- Әллә водителең дә бар инде?
- Бар.
- Ныу, егеттәр, шәп йәшәйһегеҙ, минеке водитель юҡ, беҙҙә вис ҡыҫҡарттылар уларҙы, алама ғына бер НИВАла йөрөйөм, уныһы ватылыуҙан бушамай, - ти күрше район силсәүите.
Ғорурланып ҡуйҙым, үҙемде уның алдында райкомдың беренсе секретары һымаҡ тойҙом. Ғорур ауыл башлығы ошолайтып эс серҙәре менән бүлеште.
Ысынлап та, муниципаль кимәлдә башлыҡтар өсөн бар мөмкинселектәрҙе бирергә тырышалар. Яңы йыл алдынан ғына ошоға йәнә бер дәлил өҫтәлде - тағы ла өс силсәүиткә ЛАДА ГРАНТА автомобиле бүләк иткәндәр. Бүләк тигәс тә бүләк түгел инде, аҡсаны хөкүмәт биргән, резерв фондтан 1260 мең һум. Отрада, Мораптал, Ленин силсәүиттәренең ошоңарсы Волгалары бар ине, исеме генә Волга, ҡалтыр-ҡолтор йөрөгән, күбеһенсә гараждан да сыға алмаған машиналар ине ул. Һәм бына иң алама, иҫке машинала йөрөгән ошо өс ауыл хакимиәттәренә буяуы ла кибеп бөтмәгән ялтырап торған Лада тотторғандар.
«Юшатыр», 28 декабрь, 2018 йыл.