Йәшәйеш
1 Октября 2025, 03:15

Әсәләр көтәләр улдарын

Хакимиәт иртәнге туғыҙҙан ғына эш башлай.

Әсәләр көтәләр улдарынӘсәләр көтәләр улдарын
Әсәләр көтәләр улдарын

Шуға, әле туғыҙынсы яртылар самаһында, бинала кеше аҙ, береһе килә, яйлап баҫып, икенсеһе... Башҡалар араһынан ул айырылып тора ине, ауыл ҡатыны, властарға ниндәйҙер йомошо барҙыр, таң менән килер булғас.

- Миңә ҡайҙа барырға икән? – апай шулай һораны, ҡараштары моңһоу.

- Һеҙҙе нимәлер тип саҡырғайнылармы әллә?

- Эйе, бүләк бирәбеҙ тигән инеләр.

- Һеҙ ҡайҙан?

- Тимербай.

Ошо ерҙә эстә нимәлер ҡылт итеп өҙөлгәндәй булды, апайыбыҙ ниңә килгәне башҡа барып етте. Әммә һорарға ҡыйманыҡ. Үҙе әйтте.

- Балама миҙал бирәбеҙ тиҙәр ине. Юғалды улым...

Тимербайҙан (бәләкәй генә ауылдан) һуғышҡа киткәндәр күп кенә, хәбәрһеҙ юғалғандар ҙа улар араһынан күп. Быныһын да беләбеҙ. Нимә тип әйтергә лә белмәгәнлектән ( ә нимә әйтергә була?)

- Улығыҙ, иҫән генә булып, ҡайтһын ине, - тип теләнек.

- Юҡтыр инде ул...

Миҙалды тапшырҙылар, апайбыҙ килгән юлынан кире китте. Тыуған Тимербайына. Ниҙәр уйлап, нимә кисергәндәр оҙон юлда, быныһын күбебеҙ күҙ алдына ла килтерә алмай. 

...Былтыр ерләгән бер егетебеҙҙең әсәһе: мин барыбер ышанмайым, артабан да көтәсәкмен улымды тигәйне. Әле лә Күмертауҙың Көнсығыш биҫтәһендә йәшәгән бер әсә, улын ерләне, әммә һаман булһа тәҙрә төбөнән китмәй ултыра.  Күҙҙәре  - тышта. Бәхетле бер мәлдә (йәйме ул, ҡышмы – мөһим түгел), анау йорт артынан ҡапыл улы килер ҙә сығыр. Йүгерә-атлай килеп инеп, Әсә ҡосағына ташланыр...

Кәүсәриә апай. Беҙ ҙә көтәбеҙ, ышанабыҙ. Мөғжизә булыр ҙа, улығыҙ, атлап түгел, осоп, янығыҙға ҡайтып етер.

Автор:
Читайте нас