

Был тема, ысынында, ҡараңғы. Эйе, теге йәки был ойошма, властар әйләнгән һайын уларҙың хәлен белә, иғтибарынан өҙмәй – быларын барыһы ла отчеттарҙан, социаль селтәрҙәге фотоларҙан күрәбеҙ. Ҡыуанабыҙ. Йәлләйбеҙ (кемеһелер, аҡылға йылымысырағы, көнләшә – ныу, умырып аҡса алалар). Был ҡатындар менән бергә өмөтләнәбеҙ - ирҙәре иҫән-һау ҡайтһын. Балалар янына аталары ҡайтһын.
Тик... Миҙалдың икенсе яғы ла бар. Алдан уҡ, "үҙегеҙҙе белегеҙ" тигән кеүек, беҙҙе әрләргә көҫәгәндәргә әйтеп ҡуябыҙ – беҙ хөкөмдар түгел. Шулай уҡ гонаһлы әҙәм балалары. Ҡыйыулыҡ етеп кенә үҙ һүҙебеҙҙе, самалап, әйтергә, миҙалдың икенсе яғына ҡарарға баҙнат иттек (Һеҙҙең дә ошо сетерекле темаға фекерҙәрегеҙ булһа, әйтегеҙ). Улай тиһәң, был турала федераль гәзиттәр күп яҙа икән, әле, үҙебеҙ ошо турала яҙыр булғас, интернет киңлектәрен иңләнек. Тағы ла бер мөһим һүҙ: ирҙәрен тоғро булып көткән ҡатындар, яҙғандарҙы, былар бөтәһен бер ҡаҙанға һала икән тип, үҙ адресығыҙға ҡабул итмәгеҙ, хәйер, һеҙ ҙә ошонда уҡ йәшәйһегеҙ, аҡты ҡаранан, ҡараны - аҡтан яҡшы айыраһығыҙ.
...Райондың бер ауылында, яҙмыш шулай ҡушҡас, бер егетте яуға оҙаттылар. Шәп егет, кешегә ҡарата ихлас, ябай, үҙе емертеп донъя көтә. Ҡура тулы мал, үҙе фермер. Бер нисә балаһын ҡосаҡлап, һөйгән йәре бер үҙе тороп ҡалды. Ныҡ ҡайғырҙымы икән ул, әммә күп тә үтмәй (организм йәш бит), үҙенә һөйөр йәрҙәр таба ла башлай. Берҙе генә түгел. Төнгөлөккә балаларҙы бикләй ҙә, машинаға ултырып, ҡалаға ла сапҡылай башлай, ауылда ла күҙҙәрен майландырып йөрөгән ирҙәр юҡ түгел. Ауыл бәләкәй, был турала, әлбиттә, барыһы ла белә-күрә, фронттағы абышҡаһына ла барып етә яңылыҡ. Һөҙөмтә: әсә-ҡатын, балаларын күтәреп, үҙенең тыуған яҡтарына ҡайтып киткән... Ауыл халҡының асыуы яман: кире ҡайтып та йөрөмәһен.
...Был ҡатын да, йәш кенә ирен яуға оҙатҡанда, илағандыр. Беренсе ире түгел, үҙенең тәүгеһенән дүрт балаһы бар. Һалдат яуға китеп, бер нисә ай үтәме-юҡмы, был ҡатын тәүгеһе менән кире ҡауыша (рәсми алғанда улар һаман айырылған һанала) һәм... йәш иренең, окопта ятҡанының, йортонда бергәләп йәшәй ҙә башлай.
...Үлем күбәйҙе. Беҙҙең редакция, бына инде нисә йыл, һәр матәмгә йөрөй. Ауыр сара, хатта бик йыш, бындай саранан һуң, ҡулға эш бармай ултыраһың. Шул уҡ ваҡытта (беҙ ситтә йөрөмәйбеҙ, барыһы ла Күмертау, Көйөргәҙе тураһында) матәм барған мәлдә бәғзе бер ҡатындарҙы күрәбеҙ: ҡыуанысынан, бейеп кенә китмәһә ярар ине был тип, ҡоттар оса...
Теманың дауамы гәзиттә буласаҡ.