Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
9 Октябрь , 14:04

Туҡтап торайыҡ

Шундай ваҡыттар була: ашығып, ҡарһаланып, бөгөнгө көндәй, янып-бешеп сығаһың, ҡайҙа сабаһың – һораһалар, теүәл яуап та бирә алмаҫһың.

Туҡтап торайыҡ
Туҡтап торайыҡ

Бер мәл, туҡталып, тик торғо килә: ғүмер ағышын тыңлайһы, бынауы сағыу көҙҙөң  матурлығына һоҡланып, торорға ла торорға ине...

Уларҙың улдары көҙҙө лә яҙҙы ла бүтән күрә алмаясаҡ. Яу яланында баштарын һалдылар. Бөгөн Көйөргәҙе районының улдары-ирҙәре һуғышта һәләк булғанда ҡатындар менән район башлығы осрашты.

- Мин һеҙҙе күпелер миҡдарҙа аңлайым, - тине Лира Рафаил ҡыҙы, - минең дә туғаным яуҙа ятып ҡалғайны.

Йыуатыу, дәртләндереү һүҙҙәре әйтеү артыҡ, был ҡатындар былай ҙа барыһын аңлай. Яуырындарына төшкән ҡайғыны түҙемле генә күтәреп, ғүмер миҙгелдәре буйлап бара.

...Йүгереп барыуҙан туҡтап, бер генә мәлгә донъя матурлығына  һоҡланып тораһы ине: тәбиғәттең буш биргән ниғмәттәренә, гүзәллегенә шаҡ ҡатып. Кеше лә (тәбиғәт балаһы) ергә башҡаларҙы һоҡландырыу һәм үҙе лә нимәгәлер һоҡланыу өсөн тыуа. Һәм балаларын, уларҙың балаһын бағыу өсөн.  Ошо бәхеттән башҡаса береһен дә айырмаһын ине.

Автор:
Читайте нас