

ХЗ партияһы лидеры Маяҡ май заводының машиналарҙы юлды боҙа, тип әрләне (көнбағыштары ҡойолоп ҡала, бындағы күгәрсен-ҡарғалар шуға тауыҡ ҙурлыҡ икән), Күмертау стадионына инеп сыҡты (ун йылға яҡын төҙөйһөгөҙ был стадионды – оят түгелме?), башлыса, ҡаланы маҡтаны. Матур ҡала, соҡор-саҡырлы урамдарҙы күрмәнем, тине. Ҡала халҡы был маҡтауға ҡушылды: башлыҡтан уңдыҡ, бер йылда, Беляев менән Фролов әллә нисә йыл булдыра алмағанды булдырҙы.
Кешеләр, Халыҡ знаетҡа мөрәжәғәт итеп, парын сығарҙы. Хатта ышанғандар булды: Тайфун Ҡоролтаевич килгәс, урынынан ҡуҙғалырҙар, оялырҙар, эшләрҙәр. Бисаралыҡ. Инде янда йөрөгән, Өфөлә ултырған һәм шуның өсөн аҡса алған (эш хаҡтары аҙ түгел) чиновниктарға ышанмай, юмористарға ышанабыҙ. Ҡоролтаевичтың был сәфәренең халыҡ өсөн файҙаһы булырмы – ХЗ.
Мәҡәлә тулы вариантта гәзиттә баҫыласаҡ.