Йәшәйеш
22 Октябрь 2025, 06:00

Кәзә ҡайҙа булған?

Көйөргәҙе районының Б. ауылында бер хужаның һарайынан юғалған ул мал. Дүрт тауығы ла, кем әйтмешләй, тү-тү.

Кәзә ҡайҙа булған?Кәзә ҡайҙа булған?
Кәзә ҡайҙа булған?

Әйтеүҙәренсә, кәзә буры (бурҙары) һарайға бүртлек эсенән төшкән. Тауыҡтарҙың башы ғына ятып ҡалған. Кәзәнән бер нәмә лә ҡалмаған.

Ҡараҡ кем йә нимә? Урындағылар шыбырлап ҡына, шүрәлелер, тигән. Сөнки ауыл урманға яҡын ғына урынлашҡан, ә теге йән эйәләре тураһында ишеткәндәре бар. Хатта, йәш шүрәлеләрҙе өлкәндәре һунарға өйрәтәлер ҙә, шуға ауылға килеп, мал урлайҙарҙыр, тип фараз итәләр.

Шүрәле, тимәҫтәр ине, тауыҡтарҙың башы юҡ (шүрәлеләр башты йолҡоп алырға әүәҫ, ти белеүселәр).

Чупакабра улай итмәй торғайны шикелле. Етмәһә, һарай башынан түбәһен аҡтарып төшкәндәр, имеш. Һәр хәлдә кеше, тауыҡ йә кәзә урлайым, тип ҙур көс һалмаҫ, көтөүҙән генә "һелтәр" ҙә ҡуйыр ине, тиҙәр...

Фото: асыҡ сығанаҡтан.

https://ye102.ru 

Автор:
Читайте нас