

Был сарала оло йәштәгеләрҙе, яңы ғаилә ҡорған йәштәрҙе ҡотланыҡ. Бикмаевтар, Исхаҡовтар, Саттаровтар үҙ нәҫелдәре тураһында ҙур ғорурлыҡ менән бәйән итте. Һәм, әлбиттә, Ватаныбыҙ һағында торған ир-егеттәрбеҙ хаҡында ла онотманыҡ.
Ауылыбыҙ халҡы бик әүҙем спорт менән дә бик теләп шөғөлләнә. Спорт уйындарынан, көҙгө кростан бер ҙә ситтә ҡалмайҙар. Скандинав йәйәү йөрөү алымы менән мауығыусылар ҙа бар. Сәләмәтлекте һаҡлау үҙебеҙҙең ҡулда һәм шулай уҡ йәш быуындың сәләмәтлеген һаҡлау - иң төп бурыстарыбыҙҙың береһе. Балалар өсөн сәләмәт йәшәү рәүешенә арналған мауыҡтырғыс дәрестәр үткәрҙек. Улар менән тәбиғәт ҡосағына сығып төрлө уйндар уйнап, татлы ҡарбуз ашап матур ял да ойошторҙоҡ. Бындай саралар балаларҙы аралашырға, дуҫ булырға өйрәтә.
...Халҡыбыҙҙың көҙгө байрамы “Ҡаҙ өмәһе”н дә матур аралашыу сараһы итеп үткәреп ебәрҙек. Римма Рәхмәтуллина йортонда үткәрелгән был өмәлә ҡатнашҡан ҡатын-ҡыҙҙар халыҡ йырҙарын башҡарҙы.
Айгөл БИКМАЕВА, Яңы Юл ауылы
Хат тулы вариантта гәзиттә баҫылды.