

Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналды ул. Аулаҡҡа төрлө яҡтан байтаҡ ҡына ҡыҙ-егет килде. Барыһын шартына килтереп, еренә еткереп, үткәрҙе морапталдар был сараны – йыр-бейеү, аш-һыу, уйын-көлкө.
Осраштыра-таныштыра,
Ҡауыштыра аулаҡ өй,
Гармун уйнамаған егет
Ҡыҙҙар күңелен яуламай, - тип йырлаһалар ҙа, бөтәһе лә бер-береһе менән күптән таныш, кем менәндер ҡауышырға тигән максат та юҡ (йөрәктәре кемдеңдер йөрәге менән күптән ҡауышҡан), улар йәшлектәренә ҡайтҡан.
Был турала тулыраҡ киләһе һанда гәзиттә баҫыла.