Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
9 Ноябрь , 10:03

БАРЫҺЫ ЛА ЯЛҒАН...

Ялған донъя... Ялған байрам, ялған дуҫтар,

Ялған донъя... Ялған байрам, ялған дуҫтар,
Ялған маҡтау, ялған постар, ялған тостар...
Ашығабыҙ, ярышабыҙ, маҡтанабыҙ,
Башҡаларҙың ҡайғыһына шатланабыҙ.

Бәрәкәтһеҙ байлыҡ менән донъя тулған,
Мөхәббәтһеҙ хистәр менән йөрәк туңған.
Ялған донъя хәҙер инде шаҡ ҡатырмай,
Ысын булмаған бәхет шатландырмай.

Ялған донъя... Ят матурлыҡ, яһалмалыҡ,
Тыштан көлөп торһаҡ та беҙ уҫалландыҡ.
Кәрәк булған өсөн генә дуҫлашабыҙ,
Бер туғандар оялмайса судлашабыҙ.

Ялған донъя... Ялған һүҙҙәр, ялған хистәр...
Интернетта әрәм үткән һоро кистәр.
Бер-береңә ярҙам итеп йәшәү бөткән,
Ҡунаҡтарға йөрөшмәйбеҙ инде күптән.

Ялған донъя... Яңы көнгә ышаныс юҡ,
Күңелдәрҙә тыныслыҡ юҡ, ҡыуаныс юҡ ...
Таш йөрәктәр йәшерелгән яҡты йөҙгә,
Яуыҙ уйҙар төрөлгәндәр татлы һүҙгә...
Ләйлә Дәүләтова.

Автор:
Читайте нас