Хәлдәр нисек – шәптән түгел. Хәле шәп булған һеҙгә бик шылтыратып бармайҙыр ул.
...7-һенән 8-нә ҡараған төндә булды ул аказия. Һин дә мин өйҙә йоҡлап ятһам, әбей, нимәгәлер тип, тышҡа сыҡҡан да уларҙы күргән. Кемдәрҙе? Һыйырҙарҙы. Әллә нисәмә баш мал минең бесәнде ашап йөрөй.
Керәүле һыйырҙары, теге Забарив Агроныҡылар
- Ул хәҙер Ит союзы тип атала.
- Хет черт тип аталһын! Бына шул малдар, нисектер, электр көтөүсеһенән ҡасып, минең бесәнде юҡ итергә тип килгән. Ашағанын ашап, тапағанын тапап, тулыһынса, ҡышҡа тип әҙерләгән мал аҙығымды юҡҡа сығарҙылар. Янъял ҡуба башлағас (былтырғы 30 центнер самаһы һәм быйыл һатып алған 20 рулон бесәнемде бер төндә “һыйыр яланы”), ике кеше килде теге Забарив... әй, Ит Союзынан. Береһе ҡатын, икенсеһе ир (Илдар тигән Яҡшымбәт егете). Шулай ҙа шулай, абзый, давай, тыныс ҡына хәл итәйек ти былар. Иртәгә управляющий килер. Ярар, көтәм управтарын. Килде уныһы ла. Ул да, абзый, ущербты ҡарайыҡ, давай, бесән бирәм, комбикорма бирәм, ти. Минең һатып алып ҡуйған комбикормам бар, ә бесәндәре кәрәкмәй, төтөн сығарып янып ята уныһы. Малға эшкинмәй. Аҡса кәрәк тим. Был: беҙ Мәскәүгә ҡарайбыҙ, аҡса юҡ тип, минең күңелде төшөрҙө. Ҡыҫҡаһы, шулай хәлдәр, ҡайҙан ул шәп булһын. Һеҙгә ниңә шылтыратам: ун көнгә яҡын ваҡыт үтте, тегеләрҙән тыш та быш та юҡ.
Теманың дауамы гәзиттә буласаҡ.