Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
22 Ноябрь , 15:09

Ауылға пенсия килде!

Рәхмәт һиңә, хөкүмәт!

Ауылға пенсия килде!
Ауылға пенсия килде!

Кисә булды ул ҡыуаныслы көн. Тимербай менән Кинйә-Абыҙ ауылының инәй-бабайҙары кемуҙарҙан, йүгерешеп, өйрәнгән, тәғәйен ергә, тәғәйен ваҡытҡа ашыҡты – пенсия килтерҙеләр.

Юлдары бигерәк насар, шуға ҡарамаҫтан, ай һайын, үҙҙәрен онотмай, пенсияларын килтереп торалар. Бер юлы автолавкаһы ла тып итеп килеп баҫа. Аҡсаға байыған саҡтары, йәнең нимә теләй, шуны тәҡдим итеп торалар. Силсәүит тә бында. Ул да һағалап тора пенсия килгәнен – һыуға-утҡа аҡса йыйып ҡалырға кәрәк. Һуңынан, юғиһә, ҡойороҡтарын тотоп булмай, өйҙәренә барһаң, әле генә  балалар ҡайтып китте, аҡса бөттө ти ҙә ҡуялар...

Материал тулы вариантта гәзиттә баҫыласаҡ. 

Автор:
Читайте нас: