Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
22 Ноябрь , 08:39

Фаягөлөбөҙ өсөн тауыш бирегеҙ!

Көйөргәҙе районы Ермолаевка ауылында Фаягөл һәм Илгиз Абдуллиндар - ун бер балаға атай һәм әсәй.

Фаягөлөбөҙ өсөн тауыш бирегеҙ!
Фаягөлөбөҙ өсөн тауыш бирегеҙ!

"Башҡортостан" гәзите, Әсәләр көнөнә арнап, тауыш биреү иғлан иткән. Беҙҙең күп балалы ғаилә тураһында улар былай тип яҙа:

Дүрт малай һәм ете ҡыҙға ғүмер бүләк иткән 42 йәшлек ханым ике ейәнсәргә һәм бер ейәнгә өләсәй булыу бәхетенә лә ирешкән. “Өс улым өйләнеп, үҙаллы донъя көтә.  Дүртенсе ҡыҙым себер тарафында эшләй, бишенсе ҡыҙым - Өфөлә, алтынсыһы  Стәрлетамаҡта юғары белем ала, ҡалғандары мәктәп юлын тапай. Үҙем өс айлыҡ кинйә ҡыҙым менән  декрет ялында. Ғаиләлә мөхәббәт, йылылыҡ  булһа, йәшәүе лә күңелле, тормоштоң ваҡ-төйәк  мәшәҡәте лә һиҙелмәй. Балаларыбыҙ – тормош йәме. Балаларыма, тормош иптәшемә кәрәкле булып тойоп йәшәүем  - ҙур бәхет ”, - ти ханым.

Һәр әсә балаларының бәхетле, имен булыуы, төплө белем алып, был тормошта үҙ урынын табыуын теләй.  Балаларығыҙҙың игелеген күреп, бәхетле тормошта йәшәргә яҙһын, тип теләйбеҙ беҙ ҙә Фаягөл Абдуллинаға.

Тауышығыҙҙы Фаягөлөбөҙ өсөн бирегеҙ https://vk.com/app7198399_-104965500#poll691dbf54a52f061a30b49328 

Автор:
Читайте нас: