Һәммәһе 4 һорау ҡуйылды, тәүгеһе үтә мөһим – 2026-2027-2028 йылдарҙа тотоноласаҡ аҡсалар тураһында (район бюджеты). Был мәсьәлә буйынса башлыҡтың финанстар буйынса урынбаҫары Резеда Рахманғолова сығыш яһаны. Цифралар-цифралар, әммә ошо һандар артына беҙҙең яҙмыш йәшеренгән- мәғариф, социаль өлкә, юлдар, эш хаҡы... Докладтан һуң, ҙур стажлы депутат А. Самсоненко (үҙ ғүмерендә нисәмә башлыҡты, Совет рәйесен күрҙе ул) тороп баҫты:
- Резеда Вәғизовна, докладығыҙ бик шәп булды, бындай докладты күпме йәшәп, ишеткән юҡ ине әле, - тип маҡтаны, - ә шулай ҙа, аҡсабыҙ етәме ул? Юрған осонан яланғас аяҡтарыбыҙ күренеп ятмаҫмы?
- Бюджет балансыланған, үлмәҫбеҙ.
- Артыҡ аҡса беҙгә ҡамасауламай, - Совет рәйесе Дамир Байгилдин ҡушылды, - районға ниндәй инвестициялар керетеп була, шул турала уйларға кәрәк.
Икенсе һорауға ҡағылышлыһын төҙөлөш буйынса урынбаҫар Руслан Әминев бәйән итте. Реаль эштәр, ППМИ буйынса нимәләр эшләнгән шуларҙы теҙҙе. Доклады матур, шыма ғына килеп сыҡты сығыуын, әммә трибунан Руслан Хөрмәт улы тиҙ генә төшөп китә алмай ыҙаланды.
- Реаль эштәр, ППМИ буйынса эшләнгән эштәрҙе кем ҡабул итә? – депутат Ғәйнетдин Мөхәмәтов шулай тип ҡыҙыҡһынды.
- Ауыл башлыҡтары. Улар бөтөн акттарға ҡул ҡуя.
- Башлыҡтар артынан ҡабул итеп алынған эштәрҙе берәйһе тикшерәме? Юғиһә, Яңы Морапталда бағаналарға лампа ҡуйғандар, хаҡы ҡот осҡос, был хаҡҡа бөтөн районды яҡтыртырға була ине. Йәки, Яҡуп ауылы зыяраты. Подрядсының эшен (зыярат кәртәләү) нисек ҡабул итергә мөмкин ине. Артабан насар подрядсыны беҙҙең эштәргә яҡын да ебәрмәҫкә кәрәк.
Ғәйнетдин Ғәзиз улы артында ултырған бер егет, депутат түгел, нимәлер тип һүҙ ҡушты. Депутат артҡа боролдо:
- Вы кто такой? Прежде чем что то сказать, надо получить разрешение у Совета!
Егеттең һөйләргә теләге ҡалманы.
- Лена ауылына табан барған юлға ҡырсын түшәйҙәр, уны түшәп бөткәнсе (әйткәндәй, эштәрҙең срогы күптән сыҡты) ауыр машиналар асфальт юлды, подземгаз янындағы былай ҙа саҡ торған күперҙе емереп бөтәсәктәр – бер машина 55 тонна. Лутсы түшәмәһендәр ул ҡырсынды, бер эш эшләйем тип, икенсеһен ҡыра һуғалар, - быныһы депутат Юлай Сәғитов.
- Машиналар осоп йөрөй белмәй ҙә...
- Еңел машинала ташыһындар йәки үҙҙәренә йөрөр өсөн айырым юл һалһындар. Тағы бер юлы бар: эштәрен бөткәс, емергән асфальтты үҙҙәре ремонтлаһын.
Социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫарҙың сығышы ла шып-шыма булды. Күп балалы, йәш, ғәрип балаларҙы ҡараған ғаиләләр тураһында ине ул.
- Һеҙҙең доклад бик ыңғай яңғыраны, беҙҙә проблемалар бөтөнләй юҡмы ни ул?
- Бар, уларҙы хәл итеү юлдарын эҙләйбеҙ.
2024-2025 йылдарҙа районда мәғариф үҫеше тигән тема буйынса мәғариф бүлеге начальнигы Евгения Бочарникованы тыңланылар. Әйтәһе түгел, балалар баҡсаһында, мәктәптәрҙә байтаҡ эштәр башҡарылған, кире яҡтарҙан, уҡыусылар кәмей, балалар баҡсаһы бер нисә ауылда ябылды (бер йылда районда уҡыусылар һаны 109 балаға кәмегән) тине начальник.
- Һеҙҙең доклад отчет доклады һымаҡ булды, исеме үҫеш ине бит, беҙ алдағы йылдарға пландар тураһында ишетмәнек, - баяғы Самсоненко үҙенең ҡарашын бында ла белдерҙе.
- Күмертауҙа беҙҙең райондан нисә бала уҡый?- Дамир Таһир улы шулай тип ҡыҙыҡһынды. Ауылдарҙа барлы-юҡлы уҡыусыларҙы Күмертауға уҡырға ебәрәбеҙ ҙә, һуңынан аптырап, бирләнеп ултырабыҙ: мәктәптә балалар юҡ.
Ошо урында ошо уҡ урынбаҫарҙың ике йыл рәттән БРГИ –ла булған сарала ҡатнашҡаны иҫкә төштө. Унда ул, ғорурланып, беҙҙең райондан күп бала һеҙҙә уҡый тип маҡтанғайны. Шунда ла аптырағайныҡ; Әхәт Ҡотлоәхмәтов, Люция Хәмитова гел әрләрҙәр ине- балаларҙы интернатҡа бирҙертмәгеҙ, уҡыусылар үҙебеҙҙән артмай тип. Ә был, киреһенсә, кәперенеп тора. Әллә районға яңы кешеләр килеү менән сәйәсәт тә үҙгәрҙеме икән тип ғәжәп иткәйнек.
- Күмертауҙа нисә бала уҡығанын белмәйем, - тип яуапланы социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫар. (Редакциянан: 2022 йылда БРГИ-ла Көйөргәҙе районынан бөтәһе 91 уҡыусы белем алған, ә 2023 йылда Данил Акилов БРГИ-ла булғанда үҙе шулай тип сығыш яһағайны:
- Көйөргәҙе районы ауылдарынан БРГИ-ла 100-ән ашыу бала уҡый.
Ҡыҫҡаса алғанда, Советтың ҡыҫҡаса йөкмәткеһе ошолай. Ултырыш аҙағында Лира Тереғолова һүҙ алды:
- Аҡса аҙ, проблемалар күп. Мин барығыҙҙан бер нәмә һорар инем: йәшәүҙәре былай ҙа ауыр, халыҡҡа күберәк позитив хистәр таратайыҡ. Кәмәне һелкетмәйек.
Башлыҡтың конкрет ҡына нимә әйтергә теләгәне, барыбер, аңлашылып етмәне. Кемгә тәғәйен ине ул? Депутаттарға, ауыл башлыҡтарына йәки ошо сессияға килеп ултырған мәктәп директорҙарынамы? Әллә, гәзиткә, беҙгәме? Бал бал тигәндән ауыҙҙа бал тәме булмай, биттәргә алһыу күҙлек кейеүҙән дә күңелде нурлап булмай. Проблемаларҙы йомоп (ауырын йәшергән – үлгән тип тә әйтәләр), «Жить стало лучше, жить стало веселее!» девизы аҫтында йәшәргәме? Йәнә бер миҫал. 1949 йылда «Кубанские казаки» тигән фильм донъя күрә. Бик шәп кино ул. Сталин да уны бик яратып ҡараған тиҙәр. Әммә был фильм, саҡ ҡына күрһәтелгәс тә, кәштәгә бикләнә – халыҡты аптыратҡан була, киноны ҡабул итмәй – илдә аслыҡ, һуғыш касафаты хөкөм һөрә, ә был фильмда бөтәһе лә шат, туҡ, хөрриәттә йәшәй. Ике донъяла көн итә совет кешеләре береһе ысынбарлыҡта, икенсеһе – экранда.
Торараҡ мотлаҡ белербеҙ, һиҙербеҙ башлыҡтың әйткәненең мәғәнәһен. Ә әлегә төрлөбөҙ төрлө ерендә ултырған (кемдер йомшаҡ ултырғыста, кемдер ҡаҡ һикелә, кемдер уртала, кемдер, саҡ тотоноп, ситтә) кәмәбеҙҙә тормош даръяһы буйлап, бәүелә-бәүелә, артабан йөҙөп киттек.