Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
16 Декабрь 2025, 14:12

Нимә булды һеҙгә, балалар?

Олег Журавлев һаман табылмаған, Ермолаевола кисә тағы ла бер ҡыҙ бала юғалған.

Нимә булды һеҙгә, балалар?
Нимә булды һеҙгә, балалар?

Олегтың ҡайҙа икәнен белеүсе юҡ, уны райондың да, ҡаланың да хоҡуҡ һаҡлау органдары, волонтерҙар эҙләй. Кисә район үҙәгендә тағы ла бер бала - быныһы ҡыҙ - юғалған булған. Бәхеткә, ул бәйләнешкә сыҡҡан. 

Барыһы ла аптырай: нимә булды һеҙгә, балалар? Ҡайғы өҫтөнә ҡайғы өҫтәргә ниңә кәрәк? Бала күңеле далала - эске донъяғыҙҙа нимәләр ҡупҡанын беҙ - ололар белмәйбеҙ. Ә ысынында, бәлки, тап беҙ -  ололар ғәйеплелер һеҙҙең ҡайҙарғалыр китеп ғәйеп булыуығыҙҙа.

Беҙ О. Журавлевтың имен-аман булыуына ныҡ ышанабыҙ. 

Автор:
Читайте нас