Йәшәйеш
18 Декабрь 2025, 11:42

Берҙәмлектә атҡарырбыҙ

Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһында районыбыҙҙа, ауылдарҙа берҙәмлек нигеҙендә халыҡ мәнфәғәтендәге эштәр, проекттар тормошҡа ашырыла. Яҡшымбәт ауыл биләмәһе лә йыл да был программала әүҙем ҡатнаша.

Берҙәмлектә атҡарырбыҙБерҙәмлектә атҡарырбыҙ
Берҙәмлектә атҡарырбыҙ

Быйыл да халыҡ ППМИ - 2026-ла ҡатнашырға теләк белдерҙе. 9 декабрҙә Яҡшымбәт ауылында йәшәүселәр киләһе йылда ла “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһында ҡатнашыу мәсьәләһен хәл итеү маҡсатында тәүге ултырышыҡа йыйылды. Ауыл халҡы бер нисә проектты ҡарап үтте.
Йыйылышта Яҡшымбәт ауылы мәктәбендә тәҙрәләрҙе алмаштырыу, берәй урамындағы юлыдың бер өлөшөн ремонтлау, һыу скважинаһын ремонтлау проекттары тәҡдим ителде.
Шулай уҡ ППМИ сиктәрендә тормошҡа ашырылған проекттар - ауыл халҡына реаль ярҙам, үҙҙәренең тормошон үҙгәртеү мөмкинлеге икәнлеге билдәләп үтелде.
Күмәк көс менән алға ҡуйған маҡсатты берҙәмлектә тормошҡа ашырыуға ышанысыбыҙ ҙур.
Азат ҒӘЛИЕВ, Яҡшымбәт ауылы

Автор:
Читайте нас