

Улар 40-лаған ҡаҙ һуйҙылар. Хужаларға үҫтергән ҡош-ҡорттарын иҫән-һау, бәрәкәттә, именлектә, тыныслыҡта ашарға яҙһын.
- Бергәләшеп эшләнгән эш үҙе бер байрам булды. Матур теләктәр теләп башҡарылған эш һә тигәнсе эшләнеп тә бөттө. Өмәгә килгән ҡыҙҙарыма ҙур рәхмәт. Тиҙ һәм етеҙ эшләнеләр. Аяҡ-ҡулдары һыҙлауһыҙ булһындар, - ти хужабикә Рәхилә ханым. Ҡаҙ өмәләре гөрләп уҙа икән, тимәк, ауылдарыбыҙ һаҡлана, иң мөһиме – халҡыбыҙҙың милли йолалары юғалмай, дауам итә. Бигерәк тә олатаһы менән өләсәһенә ялға ҡайтҡан бәләкәй Батырхандың йүгереп йөрөп ярҙамлашыуы ҡыуандырҙы. Булыр бала биләүҙән, тип беҙҙең ата-бабалар ҙа белмәй әйтмәгәндәр, Батырхан кеүек егеттәр үҫеп килгәндә киләсәгебеҙҙең ныҡлы булыуына шик юҡ.
Рәүеф АБДУЛЛИН, Яҡшымбәт ауылы