Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
30 Декабрь 2025, 12:25

“Үҙе бер һөйөнөс”

Халҡыбыҙҙың муллыҡ һәм байлыҡ байрамдарының береһе булған ҡаҙ өмәһе Яҡшымбәттә дауам итә

“Үҙе бер һөйөнөс”
“Үҙе бер һөйөнөс”

Күптән түгел Фоат менән Минзәлә Аҡһаровтарҙа ла гөрләп үтте был өмә. Ярҙамға Күмертау ҡалаһынан һылыуҙары Айгөл менән кейәүҙәре Ирек ғаиләһе менән килделәр.
- Борондан килгән күркәм йолабыҙ бөгөнгә тиклем һаҡланғанына ҡыуанам. Өмә барышында эш башҡарыу ғына түгел, ә матур итеп аралашыу, күңел асыу, тәжрибә уртаҡлашыу ҙа үҙенсә бер һөйөнөс. Мин Күмертауҙа балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләйем. Ошондай ҡмәләрҙе үҙем дә яратам һәм балаларға ла халҡыбыҙҙың йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәтәм, - ти Айгөл Ихсанова. Хужаларға иҫән-һау ашарға, киләһе йылдарҙа ла именлектә, мул итеп ҡош-ҡорттар үтереп, гөрләтеп өмәләр үткәрергә яҙһын.
Рәүеф АБДУЛЛИН, Яҡшымбәт ауылы

Автор:
Читайте нас