Ҡалабыҙҙың “Ысыҡҡай” балалар баҡсаһы Яңы йыл алдынан бик шәп бүләк алып ҡыуанып ултыра.
Ҡыҙы ошо балалар баҡсаһына йөрөгән хәстәрлекле атай уларға һәр яҡлап әүҙем ярҙам күрһәтеп тора икән. Яу яланында йөрөгән Тимур Ровшан улы хаҡында бөгөнгө һүҙебеҙ. Үҙе илебеҙ һағында торғас физик яҡтан ярҙам итә алмай, шуға күрә, йыраҡта булһа ла материаль ярҙам күрһәтеп, ҡыҙы йөрөгән балалар басаһын ҡыуандырып тора икән.
- Тыуған яҡтарымда ҡыштың бик һыуыҡ һәм ҡарлы булыуын күҙалланым был ярҙамды күрһәткәндә. Үҙем ялға март айында ғына ҡайтасаҡмын, Алла бирһә, шуға күрә балалар саф һауала, ҡышҡы уйындар уйнап рәхәтләнһен, көрт йырып яфаланмаһын, тип ебәргән бүләгем был, - ти хәстәрлекле атай.
Әле балалар баҡсаһының ишек алдын ҡарҙан таҙартыу өсөн Тимур Ровшан улы заманса ҡар таҙартҡыс бүләк иткән. Беҙ яугиргә иҫәнлек, һаулыҡ теләп, уны тыуған яҡтарында көтөп ҡалабыҙ