Йәшәйеш
31 Декабря 2025, 04:15

Ярҙамыңдан айырма, Трамп

Яңы йылға аяҡ баҫабыҙ.

Ярҙамыңдан айырма, ТрампЯрҙамыңдан айырма, Трамп
Ярҙамыңдан айырма, Трамп

Нисәне тапҡыр яҙылалыр йыл йомғағы, хәтерҙән сыҡҡан, әммә аҙаҡҡы бер нисәһе бер-береһенә оҡшап тора – бөтәбеҙҙе бер ғәм баҫты. Һуғыш. Яңы йыл кисендә, таңында һәр кем хыялында ғына йөрөткән иң ҙур теләген әйтә (мөғжизәгә һаман ышанабыҙ). Аҙаҡҡы йылдарҙа һәммәбеҙҙең теләге бер генә булды – ҡырылыш туҡтаһын.
...Былтыр ошо ваҡытта, йыл аҙағында, АҠШ президентын һайланылар. Рәсәйҙә йәшәһәк тә, бик ҡыҙыҡһынып күҙәттек был һайлауҙарҙы (беҙҙәгеһен күҙәтмәйбеҙ – былай ҙа барыһы ла алдан уҡ билдәле). Трамп өсөн йән аттыҡ. Еңһә генә ярар ине. Еңде. Быйыл йыл башында инаугурацияһы булды. Беҙгә, ысынында, Америкала кем башлыҡ булыуы мөһим дә булырға тейеш түгел, Трамп ни, Байден ни, әммә һары баш, президент булыу менән, һуғышты 24 сәғәт эсендә туҡтатам тигәненә күптәр ышанды...

...Йыл дауамында бар ваҡиғалар үрҙә әйтелгән ҡайғыға бәйләнеп барҙы. Егеттәребеҙҙе ерләйбеҙ, артынан ниндәйҙер күңелле һымаҡ ваҡиға була (байрамдар, Һабантуй, айыҡ ауылдар, башҡаһы), артынан йәнә кемделер алып ҡайталар. Бөтәһе лә һеҙҙең, беҙҙең күҙ алдында булды (беҙ бер мөһим ваҡиғаны ла төшөрөп ҡалдырманыҡ, буғай, ерләнгән һәр һалдат хаҡында мәғлүмәт биреп, район-ҡалалға ҡағылған әһәмиәтле хәлдәрҙе яҙып барҙыҡ). Шуға, тәфсирләп, шул булды, был булды тип теҙеү артыҡ булыр (үткән һанда йомғаҡтар ҙа баҫылды). Атап әйтерлеге: Күмертау быйыл күҙгә күреп үҙгәрҙе, йылдар буйы ремонтланмаған юлдар ремонтланды, урамдарға уттар ҡуйылды, тимер юл вокзалы алды яңырҙы. Шәхестең роле тураһында күп һөйләйбеҙ, Олег Астаховтан алда булған башлыҡтар нимә ҡарап ултырҙы икән тигән һорау тыуа. Әлбиттә, барыһы ла Күмертауҙа ал да гөл тип әйтеп булмай, йән көйөгө булып ,төҙөлөп бөтә белмәгән стадион тора, путепровод эше лә туҡталды (ул быйыл эшләй башларға тейеш ине).
Районға килгәндә, билдәле, иң мөһим ваҡиға – етәксе булып ҡатын-ҡыҙҙың килеүе булды. Кемдер ҡыуанды быға, кемдер башын тотто...

Был һәм башҡа мәҡәләләр гәзиттә тулы вариантта баҫылды. 

Автор:
Читайте нас