Йәшәйеш
2 Ғинуар , 07:11

Бер ай ҙа үтмәне

Хәйерле кис, хөрмәтле ауылдаштар, Брянск өлкәһендә илебеҙ сиген һәм тыныслыҡты һаҡлап хеҙмәт иткән яҡташ һалдатыбыҙ - срочник ярҙам һорай беҙҙән.

Уларға маск-халаттар, тепловизорҙар, интернет - кабелдәр кәрәк - тип оран ташлағайны яҡшымбәттәр декабрь айы башында. Бер ай ҙа үтмәне, кәрәкле ярҙам йыйылды ла. Атап әйткәндә, 90 000 һум аҡса, 30 маск халат, 3 катушка кабель, бер тепловизор.
Егеттәр ярҙамды алған. Брянск өлкәһендә хеҙмәт иткән "Симба" позывнойлы һалдат – срочник, иптәштәре менән, яҡташтарына - Яҡшымбәт, Яңы Юл, Ҡотлоюл ауылы халҡына - Азат абзыһы Ғәлиевҡа (ул ойошторҙо был эште) рәхмәт әйтеп видео ла ебәргән.

Автор:
Читайте нас