

Яҡуп ауылы уҙаманы күптәргә билдәле кеше ине, беҙҙең менән дә татыу ғына аралашты. Юҡ-юҡта редакцияға инеп сығыр булды, ҡайһы саҡта буш ҡул килмәне – хат-маҙар тотоп килер ине.
Уны тыуған ауылында ерләгәндәр. Бына, байрам-ғәләмәт тип, һинең китеп барғаныңды ла һуңлап ҡына белеп ултырабыҙ. Ғәфү ит, абзый, ғөмүмән, ерҙәгеләргә әрнеп китмә, ҡыҫҡа ғына ғүмер арауығында беҙҙең менән булғаның өсөн рәхмәт. Урының ожмахтың түрендә булһын.