Йәшәйеш
7 Ғинуар , 11:26

Донъяның татлы тәмен татып ҡына...

Йәшәргә яҙһын ине

Донъяның татлы тәмен татып ҡына...Донъяның татлы тәмен татып ҡына...
Донъяның татлы тәмен татып ҡына...

Иҫке Мораптал «Айыҡ ауыл» конкурсында районда беренсегә сыҡты. Сыҡты ла эш бөттөмө? Юҡ, әлбиттә. Эштәр башлана ғына әле – алда ҙур һынауҙар көтөп тора.

Ә әлегә Иҫке Мораптал, бар көсөн һалып, маҡсатҡа табан бара – республикала ла еңергә кәрәк. Әл дә күршеләре шәп: Яңы Мораптал да бик теләй уларҙың еңеүен, һай тигәнгә, тайт тип кенә тора. Ауылдың, моғайын, иң актив кешеһенең – Венер Хәмитовтың бик шәп проекты бар – «Тәмлекәй» (уның проекттары нисә икән... юҡ, һанап тормайбыҙ, барыбер осона сыға алмаҫбыҙ), бер юлы беҙ ҙә унда ҡатнашыу бәхетенә ирешкәйнек. Әле бына «Тәмлекәй»ҙә Зөһрә апай булған . Ошо «Айыҡ ауыл» конкурсы сиктәрендә. Бешергән ашы, бәхәс юҡ, бик тәмле килеп сыҡҡан. Кисә генә яҙҙыҡ морапталдарҙың ниндәй халыҡ икәнен...

Алдағы ғүмерҙәребеҙҙә әлегеләй күңелле мәлдәр күберәк булһын ине. Донъябыҙҙың татлы тәмдәрен татып ҡына, ҡайғы-хәсрәтһеҙ йәшәргә яҙһын – морапталдарға ла, бөтәбеҙгә лә.

Автор:
Читайте нас