Йәшәйеш
7 Ғинуар , 03:04

Себер ирҙәренең күҙенә ендәр күренә башлағас...

Район башлығы янында наркотиктарға ҡаршы сираттағы комиссия ултырышы үтте.

Себер ирҙәренең күҙенә ендәр күренә башлағас...Себер ирҙәренең күҙенә ендәр күренә башлағас...
Себер ирҙәренең күҙенә ендәр күренә башлағас...

Квартал һайын үткәрелһә лә һорауҙар күп. Афғанстанда йәшәмәйбеҙ, шулай ҙа киндер, мәк үҫентеләренә ҡаршы күпме көрәшһәк тә осона сығырлыҡ түгел. Быйыл ғына киндер үҫкән 6 урын табылған, шуның 3-һе Яҡшымбәт территорияһында. Силсәүит башлығы сара күрҙек, ул силсәүит биләмәһенеке түгел, ә Искра хужалығына ҡарай - ферма янында үҫеп ултыра, шуға хужалыҡ етәкселегенә хат яҙҙыҡ тине. Мәктәптәрҙә наркопост эшләй, төрлө акциялар, түңәрәк өҫтәлдәр үткәрәбеҙ тип сығыш яһанылар. Тест үткәрәләр икән уҡыусылар араһында тик ике мең ярым баланың ни бары 49-ы ғына тест үткән. Наркомандар тигәндән, улар беҙҙә күп түгел, шулай ҙа ҡотто алған факттар бар, бер ҡыҙ бала туғыҙынсы класты ғына бөткән, ә урамда наркотик матдә менән иҫерек килеш тотолған. Йә, бына уның менән нимә ҡылырға артабан? Район башлығы бер ҡыҙғаныс фактҡа туҡталды: Себерҙән ҡайта ла ирҙәр, ике аҙна буйы эсеп ята, аҡса мул, янында дуҫ-иш күбәйеп китә, шулар менән нимә эшләйһегеҙ? Врач та, силсәүит тә бер яуап бирҙе: бер ни эшләп булмай. Дауалау тик кеше үҙе теләгән ваҡытта ғына башҡарыла. Себер ирҙәренең күҙенә ендәр күренә башлағас, үҙҙәре үлем хәленә етеп ярҙам һорағас ҡына балнисҡа алып киләбеҙ.

8 октябрь, 2018 йыл. 

Автор:
Читайте нас