Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
10 Ғинуар , 11:26

Əйтерһең дə, рəссамдар

Оҫта ҡуллы, саф күңелле, күтәренке кәйефле халыҡ йәшәй был ауылда

Əйтерһең дə, рəссамдар
Əйтерһең дə, рəссамдар

Ҡайҙа, тиһегеҙме, Яңы Мусала. Бына улар беҙгә Яңы йыл байрамдары менән ҡотлап, ҡайнар сәләмдәрен юлланылар. Гөлнара һәм Рәмил Шәрәфетдиновтарҙың ғаиләһендә һәммәһе лә сәнғәт оҫталары тиһәк хата булмаҫ. Йорт алдына яһап ҡуйылған һындарҙы күреп был йортта алтын ҡуллы рәссамдар йәшәй, тип уйлайҙыр һәммәһе. Йыл хужаһы Йылҡыны егеп, саналарҙа елгән Ҡыш бабай, сағыу күлдәктәр кейеп алған Ҡарһылыу, өй ҙурлығы булып ятҡан крокодил, тағы әллә күпме байрамса һындар биҙәй Шәрәфетдиновтарҙың йорт алдын. - Беҙҙең ғаилә сәнғәткә ғашиҡ тиһәк тә хата булмаҫ. Ғаиләбеҙ менән йыл да йортобоҙ алдын биҙәп, үҙебеҙгә лә, ауылдаштарға ла байрам кәйефе бүләк итергә тырышабыҙ. Тормош иптәшем, ҡыҙыбыҙ Ралина, улыбыҙ Рәмзил барыбыҙ ҙа бергәләшеп, көлөшөп, ҡыуанышып байрам кәйефендә һындар яһайбыҙ. Тәүҙә ҡарҙы көрәп, өйөп ҡуябыҙ, ул аҙыраҡ ҡатҡас, унан һындар әүәләп, иң һуңында сағыу төҫтәргә буяп ҡуябыҙ. Ғаилә башлығы гирляндалар элеп йортобоҙҙоң тышын да биҙәп ҡуя, иң төп скульпторыбыҙ ҡыҙыбыҙ Ралина, ул сәнғәт мәктәбен тамамланы, шуға күрә был эштең бар нескәлектәрен белә. Әле ул яныбыҙға һирәк ҡайта, баш ҡалабыҙҙа юғары уҡыу йортонда белем ала. Был юлы ла уның ҡайтҡанын түҙемһеҙләнеп көтөп алдыҡ һәм ғаиләбеҙ менән бергәләп ошондай матурлыҡ булдырҙыҡ. Барлыҡ ауылдаштарҙы, дуҫ-туғандарҙы Яңы йылдар менән ҡотлайбыҙ, иҫәнлек, һаулыҡтар теләйбеҙ, - ти Гөлнара Шәрәфетдинова. Оҫта ҡуллы кешеләр, рәхмәт һеҙгә, тирәяҡты гел шулай ыңғай тәьҫораттарға, күтәренке кәйефтәргә төрөп йәшәгәнегеҙ өсөн, ҡулығыҙҙан һөйөнөгөҙ!

Автор:
Читайте нас