Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
11 Ғинуар , 14:05

Аллаға шөкөр, тыуған яҡтарыбыҙҙа барыһы ла иҫән-һау

Илдар ВАХИТОВ, Махсус хәрби операция ветераны (1990 йылғы):

Аллаға шөкөр, тыуған яҡтарыбыҙҙа барыһы ла иҫән-һау
Аллаға шөкөр, тыуған яҡтарыбыҙҙа барыһы ла иҫән-һау

- Яңы йыл ғаилә байрамы. Уны һәр кем яҡындары менән ҡаршыларға теләй, ә беҙ яу яланындағы егеттәр бына инде 4 йыл рәттән был байрамды тыуған яҡтарыбыҙҙан, яҡындарыбыҙҙан ситтә ҡаршы алабыҙ. Шуға күрә был көн беҙҙең өсөн ҡәҙимге көн, байрам кәйефе юҡ. Быйыл яңы йылды тыуған йортомда, яҡындарым менән ҡаршы алырға тейеш инем, ҡыҙғанысҡа, ҡайтарманылар, отпуск ялын киләһе йылға күсерҙеләр.
Уҙып барған йылға йомғаҡ яһап, нимә әйтергә була, беҙ бында яу яланында бик күп юғалтыуҙар кисерҙек, хәрби иптәштәребеҙҙе, 4 йыл эсендә туғанлашып бөткән егеттәребеҙҙе юғалтыу еңелдән булманы. 2025 йылда беҙ бик күп гуманитар ярҙам алып ҡыуандыҡ, шуға бәйле, ярҙам күрһәткән барлыҡ яҡташтарыма, ауылдаштарыма, туғандарыма үҙемдең һәм егеттәрҙең исеменән рәхмәттәр юллайым.
Аллаға шөкөр, тыуған яҡтарыбыҙҙа барыһы ла иҫән-һау, шуныһы ҡыуандыра, улар беҙҙең ҡайтыуыбыҙҙы, еңеү килеүен өмөтләнеп көтәләр. Беҙ бында яуҙа йөрөп арыһаҡ, яҡындарыбыҙ өйҙә беҙҙе төңөлөп көтөп арыны.
Киләһе йылға минең үҙемдең дә, бында йөрөгән егеттәрҙең дә, өйҙәгеләрҙең дә теләге берҙер, тип уйлайым. Илебеҙгә тыныслыҡ килеүен, барыбыҙ ҙа иҫән-һау ҡайтыуыбыҙҙы теләп ҡалам. 2026 йылда Еңеү яулап, махсус хәрби операцияны тамамлап, киләһе 2027 йылды барыбыҙ ҙа яҡындарыбыҙ, ғаиләләребеҙ менән ҡаршы алырбыҙ, тигән ҙур өмөттәр менән тамамлайым был йылды.

Автор:
Читайте нас