Йәшәйеш
12 Января , 12:02

Бер мөхәббәт тарихы

Йәмле йәйҙең аҙағында һары айғырында (К-700 әтейебеҙ шулай тип атай) елдереп ултырғанда күреп ҡала әтейем һомғол буйлы, һары сәсле, сибәр Күгәрсен һылыуын.

Бер мөхәббәт тарихыБер мөхәббәт тарихы
Бер мөхәббәт тарихы

Эргәһендә ултырған абзыйына шунда уҡ:
- Анау яҡ ситтә китеп барған, һары сәслеһе минең кәләшем буласаҡ!- ти ул абзыйына ҡарап.
Абзыйы ул мәлдә был һүҙҙәрҙе бәлки ысынға ла алмағандыр. Тап ошолайтып башланып китә уларҙың мөхәббәт тарихы.
Әнейем Күгәрсен районы Өмөтбай ауылы һылыуы, ул ваҡыттағы тәртип буйынса училищены уҡып бөтөп, башланғыс кластар уҡытыусыһы һөнәрен үҙләштереп, ҡулына диплом алғас, Көйөргәҙе районының Ялсыҡай ауылында яңы ғына асылып, гөрләп торған мәктәпкә юллама буйынса эшкә ебәрелә.
Әтейебеҙ әнейебеҙҙең йөрәген яулап алыуға ирешә һәм 1991 йылдың буранлы ғинуар айында йәштәр туйҙар гөрләтә. Боронғо йолаға ярашлы ике яҡта ла гөрләтеп туйҙар үткәреп башлап ебәрә ғаилә тормошон Йыһаншиндар. Йәш ғаиләне ҡыуандырып иң тәүҙә улдары Юлай, теүәл бер йылдан мин – ҡыҙҙары Гөлнур яҡты донъяға килгәнбеҙ. Үҙебеҙҙе хәтерләгәндән алып, бөгөнгәсә ҡул күтәреү түгел, бер ауыр һүҙ әйтмәй, шелтәләмәй, иркә, наҙға төрөп үҫтерҙе беҙҙе ҡәҙерлеләребеҙ.
Донъя булғас төрлө хәлдәр була, тормош һикәлтәһеҙ генә бармай, шулай булһа ла әтейебеҙ менән әнейебеҙ мөхәббәттәренә тоғро ҡалып, ауырлыҡтарҙы бергә йырып сығып, беҙҙе мөхәббәт, наҙға ғына төрөп үҫтереп буй еткерҙеләр. Беҙҙең ғаиләгә генә хас булған йолаларыбыҙҙы боҙмай, йыл да әтей, әней уйлап сығарған ғаилә байрамдарын үткәреү, кистәрен бөтә өй менән төрлө әкиәттәр сәхнәләштереү, өлкән кластарға тиклем Ҡыш Бабайға ышаныу - былар барыһы ла бала саҡтың яҡты хәтирәләре булып күңелде йылытып тора.
Икебеҙгә лә ҙурлап туйҙар яһап, өгөт-нәсихәттәр әйтеп, фатихаларын биреп, бер-бер артлы оло юлға баҫтырҙылар. ХӘҙер инде үҙебеҙ ғаиләләр ҡороп, атай-әсәй булып бөтһәк тә, бөгөнгө көндә лә әтейебеҙҙең ныҡлы терәгенә, әнейебеҙҙең изге кәңәштәренә мохтажбыҙ. Ҡәҙерлеләребеҙҙе беҙҙе үҫтереп, оло юлға баҫтырып ҡына ҡалманы, әле булһа ла ныҡлы ярҙам итеп, икебеҙгә лә өйҙәр алышып, үҙҙәренә булмаһа булмай, беҙ тип тырышып йәшәйҙәр. Аҙна һайын яндарына, йылылыҡ һәм ихласлыҡ менән тулы булған тыуған йортобоҙға ҡайтып рәхәтләнеп ял итеп, әтей, әнейебеҙгә иркәләнеп, тоҡсай-тоҡсай ауыл күстәнәстәрен тейәп киләбеҙ. Бөгөнгө көндә яҡындарыбыҙ ике ейән һәм ике ейәнсәрәҙренә хәстәрлекле олатай һәм өләсәй, уларҙы ла беҙҙе иркәләгән һымаҡ наҙлап, бар теләктәрен тормошҡа ашырып торалар.
Әтейебеҙ инде бөгөнгө көндә лә һары айғырына атланып, ғаилә именлеген хәстәрләй, әнейебеҙ оҙаҡ йылдар балаларға белем биреп, бөгөнгө көндә хаҡлы ялда, йортобоҙҙоң йәмен, нурын һаҡлап йәшәй.
Әтейебеҙ менән әнейебеҙ үҙ тәжрибәләрендә һалған ғаилә усағынан өлгө алып беҙ ҙә балаларыбыҙҙы тейешле тәрбиә биреп үҫтерергә, ғаиләләребеҙҙә именлекте һаҡлап йәшәргә тырышабыҙ.
Ошолай күңелле генә башланып киткән бер мөхәббәт тарихы 35 йылға һуҙылған. Ошо көндәрҙә беҙҙең ҡәҙерлеләребеҙ Мәрйен туйҙарын билдәләй. Артҡа әйләнеп ҡараһаң мөхәббәт, шатлыҡ, ҡыуаныстар менән йәнәшә күпме көс, сабырлыҡ, тырышлыҡ, ныҡышмалыҡ һалынған был йылдарға.
Барлыҡ һынауҙарҙы йәнәшә үтеп, һынмай, бөгөлмәй, бөгөнгө көнгәсә мөхәббәтегеҙҙе һаҡлап, беҙҙе иркәләп, ҡурсалап, наҙлап ҡына үҫтергәнегеҙ, беҙҙең өсөн пар ҡанатыбыҙ булғанығыҙ өсөн рәхмәт һеҙгә, ҡәҙерлеләребеҙ! Бәхеебеҙгә күҙҙәр теймәһен, артабан да бергә-бергә, татыулыҡта, мөхәббәттә, имен тормоштарҙа йәшәп, алтын туйҙарығыҙға етергә яҙһын, Алла бирһә!

Гөлнур Хөсәйенова. 

Автор:
Читайте нас