Өсөнсө курста уҡып йөрөгән сағы ине. Тотош сентябрь колхозда бәрәңге ҡаҙынылар, әле уҡыу башланырға дүрт-биш көн ваҡыт бар ине, форсаттан файҙаланып, ауылдарына таралыштылар. Хәмиткә тыуған йортонда ла шул уҡ бәрәңге мәшәҡәте эләкте. Көндөҙҙәре – баҡса эше, кистәрен – клуб. Абайламаҫтан эләккән каникул үтеп тә китте, юлға сығырға ваҡыт етте. Уфаға иктеүҙе ҙур итеп “юлға сығыу” тип ауыҙ тултырып һөйләмәҫкә лә мөмкин ине лә һуң. Уның бит төпкөл ауылдан тимер юл станцияһына тиклем ҡырҡ саҡырым юл үтәһе бар. Ул саҡта ҡала менән ауыл араһында автобус йөрөмәй. Унда-бында “попуткаға” эләгәһең, уныһы тура килмәй икән – “ун беренсе трамвай”. Хәмит – әрһеҙ ауыл малайы, йәйәү атлауҙы ҙур эшкә һанар әҙәм түгел. Ҡайтып килеүе булһа, буш тоҡсай менән ике лә уйлап тормаҫ ине. Алып китергә тип әнейе менән әтейе ҡәҙерләп тултырған тоҡсайы ике пот уҡ булмаһа ла, билләһи, пот ярым тартыр. Уны йөкмәп юлға нисек сығаһың?
Ҡыҫҡаһы, егет, көнө буйы белешеп йөрөп бер эш тә сығара алмағас, иртәгә берәрһе тура килер әле, уҡыуға бер көн һуңлағанға деканат әллә ниндәй ҙур яза бирмәҫ, тип ҡул һелтәгән ине инде. Етмәһә, кискә табан ваҡ ҡына ямғыры ла һибәләй башлаған ине.
Әмәлгә ҡалғандай, уларға һуң ғына әтейенең знакумы Михаил дәдәй һуғылды. Марфаһы менән бергә, йөк машинаһында ҡалаға китеп барыштары. Күрше хужалыҡта гараж мөдире булып эшләй ул. Ҡалала йәшәгән апаһы үлеп киткән дә, совхоз оҫтаханаһында табут яһатып алып, иртә таңдан ерләү мәшәҡәттәре булырын самалап, шулай һуң юлға сыҡҡандар.
- Так что, студент, - тине ул, ҡайғы уртаҡлашыу йөҙөнән Хәмиттең әтейе тултырып һалып биргән ҡырлы стаканды ҡаплап ҡуйғас, - табуттан шикләнмәһәң, ямғырға һыуланам тип ҡурҡмаһаң, кузовта урын етәрлек.
Кабинала, үҙең күрәһең, водила, Марфа түтәң, мин... ГАЗ-51 генә шул, хотя бы ЗИС булһа... Ничего, тоҙ түгел, эремәҫһең, поездыңа в целости и сохранности алып барып еткерәм!
Ямғырҙан ҡурҡа буламы һуң студент! Буш табуттан шикләнә буламы! Ҡуҙғалғандар ғына ине, һибәләңкерәп торған ямғырҙың баҫып яуыуға күсеүен шәйләп, табуттың эсенә кереп үк ятып алды. Өҫтөнә ипләп кенә ҡапҡасын да ябып ҡуйғас, донъяһы бөтөнләй түңәрәкләнде: мәйеткә йомшаҡ булһын тип түшәлгән йомышҡынан, бөгөн генә ышҡыланған ҡарағай таҡтанан хуш еҫ килә, таҡтаға тамсыларҙың тыҡырлап бәрелеүе, машинаның тоноҡ геүләүе, бергә ҡушылып, ниндәйҙер ят, әммә күңелгә ятышлы көй хасил итә. Хәмит хуш күңеллелек тойғоһона бирелеп, оҙаҡ ята алманы, иҙрәп йоҡлап китте. Хатта машинаның Һарыкүл ауылында туҡтауын, унда тағы ла юлдаштар алыуын һиҙмәне, уларҙың табут тирәләй урынлашыу ығы-зығыһын да ишетмәне. Юлда ваҡытлы-ваҡытһыҙ тағы ла кемдәр йөрөй икән, тип аптыраусылар булыр. Көҙ еткән, ямғыр һибәләй, ҡараңғы төшөп бара тип кенә тормош туҡталып ҡалмай шул ул. Киске поездға ашығыусы ике пар. Һеңлеләрен кейәүгә бирәләр икән дә, абзыһы менән еңгәһе, апаһы менән еҙнәһе туйға китеп баралар икән. Билдәле, студент быларҙы һуңынан ғына белде.
Инде ҡалаға яҡынлашып та баралар ине, әрһеҙ ГАЗ-51 сираттағы соҡорҙа нығыраҡ һикертте, булһа кәрәк, Хәмит уянып китте, күҙҙәрен асты. Асты ни ҙә, асманы ни – донъя дөм ҡараңғы ине. Был мөғжизәгә ғәжәпләнеп аҙмы-күпме ятғандыр әле, яйлап иҫенә төшөрҙө: ул мәйет түгел, ул – тере студент, ул уҡырға китеп бара... табут эсендә, Михаил дәдәй машинаһында... Туҡта әле, ямғыр һаман да һибәләйме икән? Хәмит уң ҡулы менән саҡ ҡына табут ҡапҡаһын күтәрә бирҙе. Ҡулын тышҡа сығарҙы, бармаҡтарын бер тырпайтып, бер йоҙроҡҡа йомарлап һауа хәлен тикшерергә кереште. Шул саҡ машина кузовында Хәмиткә аңлайышһыҙ ығы-зығы ҡупты. “А-а-а!..” – тип сәрелдәп ебәрҙе бер бисә тауышы. “Абау-абау, мәйет терелде бит!..” – тип уға ҡушылды икенсе тауыш. “Әстәғәфирулла, мәйет беҙгә кукиш күрһәтә!..” – тип ҡысҡырып ебәрҙе нескә тауышлы ир. “Машинаға ултырабыҙ тип, убыр арбаһына ултырғанбыҙ бит, баштар һау булғанда туҡтатырға кәрәк!..” – тип ҡалын тауышлы ир кабина түбәһен дөмбөрләтергә тотондо.