

Йәшлекте һәм хатта ғүмерҙе оҙайтыусы, яҡшы кәйеф бүләк итеүсе спорт төрө ул - скандинавса йөрөү. Ул иң еңел һәм шул уҡ ваҡытта, иң файҙалы шөғөлдәрҙең береһе. Таяҡтарға таянып атлағанда кешенең 90 процент мускулдары хәрәкәткә килә.
Һуңғы йылдарҙа скандинав йәйәү йөрөү алымы менән мауығыусылар ҡалала ғына түгел, ә ауыл ерҙәрендә лә күбәйҙе.
Ауылыбыҙҙың бер төркөм ҡатын-ҡыҙҙары ла спорттың был төрөн үҙ иттеләр. "Хәрәкәттә - бәрәкәт" тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәрҙер инде, саф һауала йәйәү йөрөп ҡайтһаң, күңелдәр күтәрелеп , барлыҡ мәшәҡәттәр юҡҡа сыҡҡандай тойола, ти ауылдаштарыбыҙ.
"Айыҡ ауыл" конкурсы сиктәрендә ауылыбыҙҙа ошондай спорт төрөнөң үҫешеүе бик яҡшы.