Быны йәшәү тип әйтеүе артыҡ, иҫәптә бар, һанға юҡ булды. Беҙҙә барыһы ла шәхестән, кадрҙарҙан тора, ә бында, Ҡоролтайҙа, етәксеһе булмағайны... Барыһы ла һүнде. Дөрөҫ, ара-тирә район башлығы урынбаҫары тегеләйттем-былайттым тип, ҡоролтайға бәйләп, нимәлер күрһәтергә тырышты, әммә Ҡоролтай – улайтып ҡына эшләр ер түгел, етәксе кәрәк, күмәк көс кәрәк ойошма.
...Бөгөн Ҡоролтай ултырышы булды. Ҡорға мәртәбә өҫтәп, район башлығы Лира Тереғолова үҙе лә инеп ултырҙы:
- Төп көс- йәштәрҙе тәрбиәләүгә ҡоролорға тейеш, - тип фәлсәфә итте башлыҡ, - күмәк көс менән төп иғтибарҙы балаларға, үҫмерҙәргә йүнәлтергә кәрәк... Мин башлыҡ булып килгәс тә, Лена Ғәббәсова эштән китәм тип яныма инде. Ҡыйын булды. Яҡшы белгесте юғалтыуыбыҙ бер нәмә булһа, икенсеһен дә, гонаһлыһын, уйланым: әллә мин килеү менән тая башланылар инде? Шәхес үҫергә тейеш, Лена Дим ҡыҙының Күмертауға мәктәп директоры булып күсеүен, әлбиттә, шатланып ҡабул иттем. Ысынында, ҡала менән район бер йән кеүек, бер-береһен тулыландырып торалар. Шулай ҙә әйттем: еңел булмаясаҡ һиңә...
Йәштәр тигәндән, ултырыш башланыр алдынан уҡ ағай-эне, апай-инәйҙәр шулай тип борсолоу белдерә ине – йәштәр кәрәк ҡоролтайға, улар яңы көс, идея өҫтәр ине, беҙ ҡартайҙыҡ Шулай тип уфтанышып та бөтмәнеләр, бүлмәгә Нурия апай Хәлилова килеп инде. Ул ҡоролтайҙың яңы ағзаһы була икән.
Репортаж тулы вариантта йома көнө гәзиттә баҫыласаҡ.