Мәләүез ҡалаhында ҡайhы ерҙәрҙә hатыла икән "Подкова" цехынын продукцияhы? Йылкы малы ризыҡтары ҡыҙыкhындыра ине.. Рәхмәт.
Беҙгә ошондай һорау килде. Беҙгә күрше генә урынлашҡан бәләкәй генә магазиндың даны хәтәр, уның продукцияһын ҡайҙан ғына килеп алмайҙар. Йылҡы ризығын, билдәле, яратмаған кеше аҙ ( ә был магазинда йылҡы итенән әҙерләнгән төрлөһө бар), был магазиндың икмәге, бәлеше ни тора! Хаҡы ҡыйбатыраҡ, әлбиттә, әммә сифатты тәүге урынға ҡуйғандар быныһы ҡарап тормай, килә, ала. Көн дә ҙур сират бында (магазин, әйтүебеҙсә, бәләкәй, кеше бер береһен тапай яҙып тора), ҡай саҡ, һуңлаңҡырап китһәң, икмәк бөтә лә ҡуя, китәһең ҡайтып, күңелең төшөп.
Бына, мәләүездәр ҙә ҡыҙыҡһына – беҙҙең ҡалала юҡмы "Подкова"? Белештек. Юҡ. Был ойошманың магазиндары бары тик беҙҙә һәм Өфөлә генә бар. Мәләүез менән Күмертау араһы йыраҡ түгел, сифатлы ризыҡ ашайым тиһәгеҙ, магазинға үҙегеҙ килһәгеҙ ҙә була.