

Фәнир Малбаев китеп барғаны көнөнән үк етәкселек баш вата башланы: рәйеслеккә кеше кәрәк, ветерандар Советы район өсөн мөһим ойошма.
Бына бөгөн йыйылдылар. Яңы рәйес һайларға. Был мәсьәләлә оҙаҡ һүҙ сурытып, бәхәсләшеп торманылар – Михаил Лященко әҙер кандидатура, быға саҡлы ла рәйес булғайны, әйҙә, уны һайлайыҡ. Ҡаршы төшөүсе булманы. Михаил Викторович тура һүҙлерәк кеше, элегерәк, Совет рәйесе булған мәлендә, ул саҡтағы район башлығы Юлай Ильясовҡа, моғайын, шуның арҡаһында ла ярамағандыр, урынынан алғайнылар. Бөгөн ул элекке урынына кире ҡайтты.
Ветерандар һорауҙар ҙа бирҙе (Лира Тереғолова үҙе лә бында):
- Ермолаевола яңы төҙөлгән бассейнға медосмотр үтеү 590 һум тора, бик ҡыйбат был хаҡ беҙҙең өсөн, Күмертауҙа бер ниндәй справка талап итмәйҙәр, нимәгә беҙгә ул справка?
- Күмертау нисек эшләйҙер, белмәйбеҙ, әммә справкаһыҙ булмай, беҙ венерик ауырыҙар буйынса беренсе урында, - Ермолаево ауыл биләмәһе башлығы М. Букреева шулай тине.
Ҡарттар бер-береһенә ҡарашты – беҙҙә хәҙер ниндәй енси ауырыу булһын? Шулай ҙа артабан һүҙҙе ҡуйыртманылар.
- Бассейнға абонемент хаҡы 1300 һум, уныһы ла льгота менән, был хаҡ та беҙҙең өсөн ҡыйбат.
Ахырҙа, бассейнға бәйле барлыҡ һорауҙарҙы социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫар Д. Акиловҡа япһарҙылар – белешегеҙ, асыҡлағыҙ.
Ә инде ветерандар Советына килгәндә, М. Лященко эште ҡоро тотмаҡсы, иртәгә үк йыйылабыҙ, эш күп, һорауҙар күп, район соҡор төбөндә тине.
Беҙ яңы-иҫке рәйескә уңыштар теләйбеҙ!