Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
25 Ғинуар , 08:49

Өмөт өсөн рәхмәт

Вечер добрый. Вот какая красота, как обычно возле дома Надежды Шадровой, д. Тюканово.

Өмөт өсөн рәхмәт
Өмөт өсөн рәхмәт

Түкән ауылынан кисә кис ошондай яҙыу килде. Елена Баландина яҙған.
Беҙҙең халыҡтың талантына иҫең китер, белмәгән һөнәрҙәре юҡ, беҙ был һәләтле кешеләр тураһында күпме яҙабыҙ, яҙып бөтә алмайбыҙ, бигерәк тә, ошо ҡыш мәлдәрендә район кешеләренең, махсус белемдәре бармы-юҡмы, мөһим түгел, бөйөк рәссам, скульптор икәненә йәнә бер ҡат инанаһың. Ошо Түкән ауылына бәйле генә, Яңы йыл, Ҡыш темаһына урамдарын, ишек алдарын биҙәгән нисә талант хаҡында яҙҙыҡ икән? 
Надежда Шадрова - сираттағы, донъяны биҙәүсе Түкән ауылы кешеһе. Надежда - Өмөт, рәхмәт һиңә, тормошобоҙға йәм, тәм өҫтәгенең өсөн, һин яһаған һындарға ҡарап, ысынлап та, кешелә өмөт һүнмәй - бына һуғыш бөтөр ҙә, бары тик матурлыҡҡа һоҡланып, ынтылып йәшәрбеҙ. 

Автор:
Читайте нас