Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
28 Ғинуар , 12:24

ЭСМӘГЕҘСЕ, ӘСӘЛӘР!

Үткән шәмбе, төнгө 12-ләр тирәһендә, район хакимиәте хеҙмәткәренә шылтыраталар: район ауылдарының береһендә ирле-ҡатынлы күп балалы ғаилә эсеп ята (балалары 5-әү). Сара күрегеҙ. 

ЭСМӘГЕҘСЕ, ӘСӘЛӘР!
ЭСМӘГЕҘСЕ, ӘСӘЛӘР!

Баҡһаң, эскән парҙың үҫмер ҡыҙы туғандарына: “Атайым да, әсәйем дә иҫерек, ике айлыҡ туғаным илай ҙа илай, тымыҙып булмай”, - тип шылтыратҡан икән. Туғандары шунда уҡ силсәүиткә, ә силсәүит үҙ сиратында хакимиәт номерын йыя һалған. Сара күрелә, балалар тартып алына, приютта урын юҡ, ваҡытлыса дауаханаға урынлаштыралар сабыйҙарҙы. Ҡыҙғаныс хәл, хатта ҡурҡыныс. Беҙҙе тик бер генә нәмә уйға һалды. Белешеүебеҙсә, был парға “эскеселәр” тигән исемде тағып булмаһа ла, һирәк булһа ла “ваҡытлыса” ысҡынған мәлдәре булып алғылаған икән. Бала кеше, билдәле, борсолғандыр, ҡурҡҡандыр, туғандарына хәбәр иткәндер. Ошо ерҙә туған тигән кешеләр үҙҙәре килеп ярҙам итә алмай инеме икән? Мотлаҡ рәсми органдарға хәбәр итергә инеме? Заманаһы хәтәр бит, баланы ғаиләнән тартып алыр өсөн күп сәбәп кәрәкмәй. Бәлки, был ситуацияны тыныс ҡына, йорттан сүп сығармай ғына хәл итергә лә булғандыр, тибеҙ. Тота һалып телефон трубкаһына йәбешкәнсе, тегеләр янына барып килеү ҙә еткәндер. Мәсьәләнең бар яғын белеп бөтмәйенсә нимәлер әйтеү ҙә ҡыйын. Балалар ғына йәлке, иң мөһиме улар ата-әсә наҙынан мәхрүм ҡалмаһындар. Ҡатын-ҡыҙ бөйөклөгөн юғалтмағыҙсы, эсмәгеҙсе, әсәләр! Сөнки үҙҙәрендә ихтыяр көсө булмаған, бәләкәстәре йөрәгенә уңалмаҫ яра һалған атай-әсәйҙәрҙе тура юлға тартыу ауыр, бик ауыр.

БАРЫБЫҘҘЫ ЛА ТЕТРӘНДЕРҘЕ

“Юшатыр” гәзитенең үткән 16 ғинуар һанында сыҡҡан “Эсмәгеҙсе, әсәләр!” материалы буйынса интернет селтәренең Вконтактелағы “Юшатыр” төркөмөндә төрлө фекерҙәр яҙылды. Шулай уҡ редакцияға әллә нисә шылтыратыу ҙа булды. Был төркөмдә ултырмаған оло инәйҙәр шылтырата. Кемдер Ҡөръән ашында гәзит материалы хаҡында бәхәсләшкән, кемдер яңғыҙы ғына уйланған да беҙгә фекерен еткерә. Эскән әсә, ата тураһында әсенеп һөйләйҙәр. Шуларҙың бер нисәүһен гәзит битендә баҫырға булдыҡ.

Гөлминаз ЯҠШЫМБӘТОВА:
- Эскән кешеләрҙе әҙ йәки күп эсеүселәр төркөмөнә бүлеп буламы икән ул... Ул үҫмер ҡыҙыҡай, минеңсә, ҙур батырлыҡ эшләгән, ваҡытында хәбәр итеп. Борсолған, ҡурҡҡан икән – тимәк, өйҙә эштәр шәптән булмаған. Ана шул кеше белеп ҡалмаһын - беҙҙә бөтәһе лә һәйбәт, тип ниндәй хәлгә килеп еттек. Бәлки, аҡыл ултырыр ул бик эсергә яратмаған парға... Опекалар ҙа тик торғандан алып китмәгәндер - улар бер нисә тапҡыр иҫкәртәләр, белеүемсә. Иң мөһиме балалар иҫән-һау!
 
Рәмилә ҠУЖАҠОВА:
- Шундай ғаиләләр менән тәү сиратта класс етәкселәре көрәшә, ысынлап та, эште ҙурға ебәрмәйек, бәлки, аңларҙар, тип өмөт итә. Уның ғына көсө етмәһә, әлбиттә, рәсми органдарға хәбәр итмәй булмай. Улар ундай ғаиләләрҙе күҙәтеү аҫтына ала, гел тикшереп тора, аңлатыу эше алып барыла. Балаларҙы тартып алыуға барып еткәс, барыһы ла аңлашыла бында. Әлбиттә, ҡыҙғаныс, балалар йәл... Күпме стресс... Әммә... Аҙмы ни балалар суициды, башҡа ҡурҡыныс хәлдәр...Аллам һаҡлаһын... Бер хәл булһа, ә класс етәксеһе, мәктәп директоры, силсәүит ҡайҙа булған, ти башлайҙар. Ваҡытында сара күрелгәне яҡшы. Был хәлдән һуң, ата-әсә аҡылына килер, балалар үҙ ғаиләһенә кире ҡайтарылыр, тип өмөт итәйек.
19 ғинуар, 2018 йыл. 
Автор:
Читайте нас