Молокан ауылы старостаһы Рәшит Вәлитов, оҙайлы сәфәргә юлланғанда хәбәр итте. Беҙҙең эш – хәйерле юл теләү булды. Барғандар, күргәндәр, тейешле йөктө (машина) егеттәргә тапшырғандар. Салауат Юлаев батальонында булғандар икән, был батальонда хеҙмәт иткән беҙҙең егеттәр байтаҡ, Ҡунаҡбай, Молокан, Яңы Мораптал ауылы малайҙары.
Рәшиттән тыш, уның юлдаштары Ҡаранаев Раил һәм Сөләймәнов Анзур ҙа булған, яҡташтарҙың үҙҙәрен күреп, күңел булғансы һөйләшеп (хәйер, бындай ерҙә яйлап ултырып һөйләшеп буламы икән?), шулай ҙа танһыҡтары ҡанмай, әле ҡайтып киләләр. Ырымбур далалары буйлап еләләр.
- Егеттәребеҙ нисек унда?
- Аллаға шөкөр, имендәр, күп сәләмдәр әйтеп ҡалдылар.