

Республикабыҙ башлығы беҙҙе онотмай, мөрәжәғәтнамәһендә Махсус хәрби операцияға бәйле бик күп тезистар теҙеп үтте. Ул һәр кемде яуҙа йөрөгән егеттәргә, уларҙың ғаиләләренә ярҙам итергә әйҙәне. Был мөрәжәғәтнәмәнән һуң беҙгә булған иғтибар тағы ла артыр, яуҙан ҡайтҡан егеттәр еңел генә үҙ урындарын табыр, яраланғандар тейешле дауа алыр, яуҙа йөрөгәндәр иғтибар, ярҙам тойор, беҙҙе өйҙә көткән атай-әсәйҙәребеҙ ҙә иғтибарһыҙ ҡалмаҫ, тип өмөт итәбеҙ. Берҙәмлектә көс, бергә булһаҡ ҡына Еңеү тиҙерәк килер, Алла бирһә.