Йәшәйеш
1 Февраля , 10:10

Хәйерле сәғәттә, минең яратҡан, тыуып-үҫкән Көйөргәҙе районым!

Рәсил СЫНБУЛАТОВ, Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театрында уңышлы эшләп йөрөгән, Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған артисы:

Хәйерле сәғәттә, минең яратҡан, тыуып-үҫкән Көйөргәҙе районым!Хәйерле сәғәттә, минең яратҡан, тыуып-үҫкән Көйөргәҙе районым!
Хәйерле сәғәттә, минең яратҡан, тыуып-үҫкән Көйөргәҙе районым!

- Хәйерле сәғәттә, минең яратҡан, тыуып үҫкән Көйөргәҙе районым. Минең ошо яҡты донъяларға ауаз һалған ғәзиз төйәгем. Көйөргәҙе районы Яҡшымбәт ауылында тыуып, Көйөргәҙе йылғаһының тәмле һыуын эсеп үҫкән улың мин - Рәсил Сынбулатов. Байрамың менән ихлас ҡотлап районыма, барлыҡ яҡташтарыма ҡайнар сәләмдәремде юллайым! Бөгөнгө көндә Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәп, Илшат Йомағолов исемендәге Стәрлетамаҡ Башҡорт драма театрында эшләп йөрөйөм. Тыуған яҡтарымдан йыраҡта булһам да, күңелем менән мин һәр ваҡыт Көйөргәҙемдә, тыуған ауылымда. Ҡайһы ваҡытта, ҡайҙа ғына булһам да, хатта Мәскәүҙәрҙә йөрөгәндә лә үҙемдең тыуған төйәгемде уйлап, һағынып, уның менән ғорурланып йөрөйөм. Районыма рәхмәт һүҙҙәрем дә бихисап, минең ошо юлда, уңышлы эшләп йөрөүөмдә тыуған еремдең дә өлөшө бар. Районыбыҙ бик күп, ҙур, данлыҡлы шәхестәр тыуып үҫтеләр, Алла бирһә, киләсәктә лә билдәле шәхестәр үҫтерер районыбыҙ.
Тыуып үҫкән районымды матур байрамы – тыуған көнө менән ихлас ҡотлайым! Тыуған төйәгем артабан да тик алға үҫешеп, сәскә атһын, уның киләсәге дауамлы, емешле булһын, тип теләп ҡалам!
(Районыбыҙҙың тыуған көнөнә арналған материалдар гәзиттең 4-се битендә сыҡты).

Автор:
Читайте нас