Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
1 Февраль , 11:15

Төрлө яҡлап талантлы, оҫта ойоштороусы

Ғинуар айының һуңғы йомаһында Көйөргәҙе районынан Тамъян ырыуы делегацияһы Мәләүез районында йәшәгән ырыуҙаштары менән танышып күрешеү, һөйләшеп, эш тәжрибәһе менән уртаҡлашыу маҡсатында Смаҡ ауылына барып ҡайтҡан.

Төрлө яҡлап талантлы, оҫта ойоштороусы
Төрлө яҡлап талантлы, оҫта ойоштороусы

Мәләүез тамъяндары, һәр ваҡыттағыса, ҡунаҡтарҙы ҡаршыларға ныҡлы әҙерләнгән. Илкәнәйҙәргә Динис Бүләков исемендәге музей, ауыл ағинәйҙәренең МХО-ға күрһәткән ярҙамы өлгөләренән, Зилә Смакова, Фәнзилә Бураканованың ҡул эштәренән, Фәнил Яманаев картиналарынан торған күргәҙмә, ауыл китапханаһы бик оҡшаған.
Рөстәм Вахитов Илкәнәй ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы ғына түгел, Көйөргәҙе районында Тамъян ырыуы ҡор башы вазифаһын да алып бара. Ғөмүмән, уның төрлө яҡлап талантлы, оҫта ойоштороусы икәнен әйтеп китеү зарур. Илкәнәйҙәр смаҡтарға күстәнәскә концерт номерҙары алып килгән.

"Башҡортостан" гәзитенән.

Автор:
Читайте нас